Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАРАҠАН ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 897

ТАРАҠАН ҺЫМАҠТАР (Blattoptera), бөжәктәр отряды. Яҡынса 5 мең, БР‑ҙа 5 төрө билдәле. Кәүҙә оҙонлоғо 4—9,5 мм. Кәүҙәһе яҫы, овал, аҡһыл, һарғылт һоро, һирәгерәк ҡара төҫтә. Башы өсмөйөш йәки йөрәк формаһында, яҫы, ауыҙ ҡыуышлығы аҫҡа йүнәлтелгән, ҡалҡан рәүешле күкрәк алды менән ҡапланған; ҙур күҙе һәм 2 бәләкәй күҙе бар (ҡанатһыҙ Т.һ. юҡ). Мыйыҡсалары оҙон, шырт, күп быуынтыҡлы. Ауыҙ аппараты кимерә торған. Өҫкө ҡанаттары тығыҙ, тиресәле, һарғылт көрән (урман тараҡанының ҡара нөктәләре бар), һирәгерәк ҡара төҫтә; артҡы ҡанаттары ярылы, хәрәкәтһеҙ ваҡытта өҫкө ҡанаттары аҫтына йыйыла. Күп кенә төрҙөң ике пар ҡанаттары ла ҡыҫҡа йәки бөтөнләй юҡ. Аяҡтары йүгереүсән, тәпәйҙәре 5 быуынтыҡлы; янбашы яҫы, сәнскеле. Ҡорһағы оҙонса, 8—10 быуынтыҡлы (ата бөжәктәрҙең еҫле биҙе була), йомшаҡ япмалы, осонда быуынтыҡлы оҙон церкалары бар. Йомортҡа һалғысы тулыһынса ҡапланған. Үҫеше тулы булмаған әүерелешле: йомортҡа, ҡарышлауыҡ (нимфа) һәм имаго. Йомортҡалары оҙонса формала, капсулаларҙа — оотекаларҙа һала. Ҡайһы бер тропик төрҙәре тере бала тыуҙыра. Ҡарышлауығы бер нисә айҙан алып 4 йылға тиклем үҫешә, 5—9 тапҡыр ҡау һала. Т.һ. — йәшерен төнгө бөжәк. Хайуан һәм үҫемлек ҡалдыҡтары, лапланд тараҡаны лишайниктар, ҡоро япраҡ менән туҡлана. Синантроп төрҙәре (ерән тараҡан йәки ҡыҙыл тараҡан, ҡара тараҡан) аҙыҡҡа, күн әйберҙәргә, китап тыштарына, теплица һәм бүлмә үҫемлектәренә зыян килтерә. Ҡайһы бер Т.һ. — инфекцион ауырыуҙар тыуҙырыусыларҙы, бабасыр йомортҡаларын таратыусылар.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.11.2022