Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕЛЕВИДЕНИЕ

Просмотров: 1753

ТЕЛЕВИДЕНИЕ (гр. tḗle — алыҫҡа, йыраҡ һәм видение — күреү), радиоэлектроника сараларын ҡулланып күреү мәғлүмәтен (хәрәкәт иткән һүрәттәрҙе) ҙур араға тапшырыу м‑н бәйле булған фән һәм техника өлкәһе; элемтәнең фәнни, ойоштороу, техник һ.б. маҡсаттарҙа файҙаланылған төп сараларының береһе. Һүрәттәрҙе тапшырыу өсөн объект сығарған йәки сағылдырған яҡтылыҡты электр сигналдарына әйләндереү, сигналдарҙы элемтә каналдары аша күсереү һәм ҡабул итеү, уларҙы ҡабаттан объекттың оптик һүрәтен тергеҙгән яҡтылыҡ импульстарына әйләндереү башҡарыла. Телевизион сигналды тапшырыу ысулы б‑са ер өҫтө (телевизион тапшырғыстар һәм антенна‑мачта ҡоролмаларын ҡулланып), кабель телевидениеһы һәм спутник телевидениеһы; сифат билдәләре б‑са аҡлы‑ҡаралы (монохром), төҫлө, стереомонохром һәм стерео‑төҫлө (предметтарҙың рельефлы булыуын һәм арауыҡтың тәрәнлеген күрһәтеү) ТВ системалары; мәғлүмәт биреү формаһы б‑са — аналоглы һәм цифрлы; элемтә каналының йышлыҡ спектры б‑са киң һәм тар һыҙатлы Т. айырыла. Башҡортостанда 1954 й. ДОСААФ‑тың Өфө ком‑ты тарафынан “Башҡортостан” ҡунаҡханаһы бинаһында һәүәҫкәр телеүҙәк ойошторола башлай, 1955 й. антенналы мачта, документаль һәм нәфис фильмдар күрһәтеү өсөн телевизион тапшырғыс урынлаштырыла. 1958 й. Ижевск ТВ студияһының программаларын ҡабул итеү һәм тапшырыу өсөн Яңауыл р‑нында ТРСО‑20/7 телевизион ретрансляторы файҙаланыуға индерелә. 1959 й. радио һәм телевизион башняһы (бейеклеге 180 м) булған Өфө телеүҙәге төҙөлә һәм Башҡ. ТВ студияһында (ҡара: “Башҡортостан”) даими телевизион тапшырыу, 1967 й. Өфөлә, 1971 й. республикала ике программалы тапшырыу башлана. 1965 й. “Зәңгәр ут” (“Голубой огонёк”) программаһының тәүге трансляцияһы була, 1966 й. башлап Мәскәүҙән даими тапшырыуҙар, 1978 й. — төҫлө тапшырыуҙар алып барыла һәм Үҙәк ТВ селтәренә Өфөнән трансляция башлана. 1985 й. Башҡ. ТВ төҫлө тапшырыуға күсә, 1986 й. тәүге “Төмән—Өфө—Ҡазан” телекүпере ойошторола. 2008 й. “Промсвязь” з‑дында цифрлы ер өҫтө телевизион һәм радио тапшырыу программаларын DVВ‑Т системаһы б‑са ҡабул итеү һәм декодлау, стандарты б‑са DVB‑С булған цифрлы кабель ТВ сигналдарын тауыштың һәм һүрәттең аналоглы сигналдарына әйләндереп ҡабул итеү өсөн цифрлы телевизион ҡушылмалар сығарыу үҙләштерелә (беҙҙең һәм сит илдәрҙә сыҡҡан төҫлө һәм аҡлы‑ҡаралы телевизорҙар өсөн ҡулланыла); 2009 й. телевизион сигналдарҙы IP селтәре аша ҡабул итеү өсөн ҡушылма уйлап табыла. “Башинформсвязь” ААЙ‑ның 152 тапшырғыслы 76 телевизион станцияһы, ш. иҫ. Баҡалы р‑ны Баҡалы а. ҡеүәтле радио һәм телевизион тапшырыу станцияһы (мачтаһының бейеклеге 347 м) бар.

В.И.Токтаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019