Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫСЫН ҮҘГӘРЕҮСӘНДӘРҘЕҢ ФУНКЦИЯЛАРЫ ТЕОРИЯҺЫ

Просмотров: 932

ЫСЫН ҮҘГӘРЕҮСӘНДӘРҘЕҢ ФУНКЦИЯЛАРЫ ТЕОРИЯҺЫ, өйрәнеү объекттары булып функциялар, уларҙың сығарылмалары һәм интегралдары һ.б. торған математика бүлеге. Функцияларҙы (гармоник һәм субгармоник, дифференциацияланыусы һәм дифференциацияланмаусы, интегралланыусы һ.б.) тикшереү; функциональ эҙмә‑эҙлелектәрҙең йыйылыуын, функция системаларының аппроксимацияһы һәм базислылығы проблемаларын өйрәнеү; функциональ рәттәр теорияһын үҫтереү; дифференциациялау һәм интеграллау операцияларының үҙ‑ара бәйләнешле булыуын өйрәнеү төп йүнәлештәре булып тора. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. алып Математика институтында ихтималлыҡ теорияһы, яҡынса интеграллау, үлсәмдәр, гармоник һәм субгармоник функциялар, функциональ рәттәр һәм интеграль үҙгәреүҙәр (Н.Ҡ.Бәкеров, И.И.Голичев, Ә.М.Ғайсин, И.Ф.Красичков-­Терновский, А.С.Кривошеев, С.Г.Мерзляков, И.Х.Мусин, В.В.Напалков, М.Д.Рамаҙанов, Р.С.Юлмөхәмәтов һ.б.); Башҡорт дәүләт университетында — операторҙарҙың спектраль теорияһы (Х.Х.Мортазин, Й.Т.Солтанаев, З.Й.Фазуллин һ.б.); Авиация техник университетында функциональ һәм төрөлөү тигеҙләмәләре, аппроксимация, ихтималлыҡ, операторҙар, экспоненталар рәте һәм базислы системалар (В.В.Водопьянов, Ф.С.Насиров һ.б.) теориялары б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә.

В.В.Напалков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: