Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИРЛӘН ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ

Просмотров: 977

ТИРЛӘН ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Тирлән йылғаһында (Ағиҙел й. басс.). Плотинаның һыу ағыҙыу ҡапҡаһы Белорет р‑ны Тирлән а. эргәһендә уның тамағынан 8,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Гидроузел ағыҙғысында йылғаныңһыу йыйыу майҙаны 519 км2 (йылға басс. 98%‑ы), уртаса йыллыҡ ағым күләме 147 млн м3, һыуһаҡлағыстың тулы күләме 4,9 млн м3, файҙалы күләме — 4,5 млн м3; һыу өҫтө майҙаны 0,2 км2, оҙонлоғо 2,5 км, уртаса киңлеге 68,0 м (макс. 1,1 км), уртаса тәрәнлеге 3,8 м (макс. 9,2 м). Гидроузел составы: тупраҡтан өйөп һалынған плотина (оҙонлоғо 410 м, өҫкө һырты б‑са киңлеге 7 м, макс. бейеклеге 11 м); автоматик полигональ инеү юлы булған асыҡ ташҡын ағыҙыу ҡоролмаһы (оҙонлоғо 116,0 м, киңлеге 43,5 м), ҡорос торбаларҙан торған консоль (диам. 1400 мм); плотина эргәһендә гидроэлектростанцияһы (2 гидроагрегат, ҡеүәте 100 кВт/сәғ., макс. баҫымы 8 м) булған, ҡорос торбаларҙан эшләнгән һыу төбөндәге һыу сығарыу ҡоролмаһы (диам. 1000 мм). Һыуы сөсө. Тәғәйенләнеше: Ҡатай һыу алыу ҡоролмаһын туйындырыу, һыу менән тәьмин итеү, ағымды миҙгелле көйләү, электр энергияһын эшләп сығарыу. Шулай уҡ рекреация өсөн файҙаланыла. Белорет һыуһаҡлағысы м‑н берлектә көйләнә. 19 б. башында тау сәнәғәтенең ихтыяждары һәм Ағиҙел й. компенсация рәүешендә һыу ебәреү өсөн төҙөлә. 1994 й. 7 авг. плотина йырыла. 2002 й. яңынан төҙөкләндерелә.

Ә.Р.Ғәббәсов

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019