Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОМАН

Просмотров: 851

ТОМАН, ер өҫтөндәге һауала (бейеклеге бер нисә йөҙ метр) конденсация продукттары (һыу тамсылары йәки боҙ кристалдары) тупланмаһы, горизонталь күреү мөмкинлеген кәметә. Күреү мөмкинлеге 10 км тиклем еткәндә аналогик күренеш шыйыҡ Т. тип атала. Һыу күләме (куб метрҙа һыу тамсылары күләме; тамсыларҙың өҫтөнлөк иткән дәүмәле 5—15 мкм) б‑са баһалана. Һыуытыу (һауаның һыуыныуы ысыҡ нөктәһе т‑раһынан түбәнерәк булғанда барлыҡҡа килә; йыш була) һәм парланыу (һалҡын һауаға йылы ер өҫтөнән өҫтәлмә һыу пары күтәрелгәндә барлыҡҡа килә) Т. бүленә. Барлыҡҡа килеүенең синоптик шарттары б‑са масса эсендәге (бер төрлө һауа массаларында формалаша), фронталь (атмосфера фронттары эргәһендә) Т. айырыла. Шулай уҡ “ҡоро томандар” (монар, смог) була. Т. барлыҡҡа килеүенә башлыса көньяҡтан иҫкән әкрен елбулышлыҡ итә. Өфөлә йыл эсендә уртаса 13 томанлы көн (54,8 сәғ.) һәм 126 шыйыҡ томанлы көн күҙәтелә. Һалҡын осорҙа бер Т. уртаса 4,2 сәғ. өҙлөкһөҙ дауам итә, йылы осорҙа — 3,4 сәғәт. Т. иң йыш ҡабатланыуы (77%) йылдың һалҡын осорона тура килә (максимумы нояб. билдәләнә); йылы осорҙа һирәгерәк була (май). Респ. Т. күбеһенсә Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында күҙәтелә.

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: