Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРҠА

Просмотров: 1262

АРҠА, сағыштырмаса бейеклеге 200 м булған ялпаҡ түбәле һәм һөҙәк битләүле оҙонса ҡалҡыулыҡ. Барлыҡҡа килеү сәбәптәре тектоника, эрозия, боҙлоҡ дәүере аккумуляцияларына бәйле. Респ. арҡалы рельеф Башҡортостандың Урал алдында күҙәтелә: Бөгөлмәәләбәй ҡалҡыулығында, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә, Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттарында, Өфө яйлаһында һ.б. Йүрүҙән-Әй тигеҙлегендә Әй тау теҙмәһенең киң А. урынлашҡан. Ағиҙел й. уң ярындағы А. аныҡ кәүҙәләнгән асимметрия м‑н айырылып тора: көньяҡ һәм көнбайыш битләүҙәре текә, ишелмәләре бар, һыҙа һәм йырындар м‑н бүлгеләнгән, төньяҡ-көнсығышы һөҙәк, боронғо таҡыр ерҙәрҙән ғибәрәт.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019