Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАМЯТИ СТРЕЛЯЕВОЙ

Просмотров: 1311

ПАМЯТИ СТРЕЛЯЕВОЙ, К е ч ‑ к е н э, ашау өсөн сығарылған виноград сорты. 2005 й. Л.Н.Стреляева, Н.В.Майстренко, М.Ғ.Әбдиева (БНИИСХ) тарафынан Мадлен Анжевин, Маленгр ранний, Жемчуг Саба һәм Шасла белая сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарыла. Уртаса бейеклектәге ҡыуаҡ. Япрағы эре, бөтөн йәки 3 айырсалы, йәшел төҫтә, өҫ яҡтан төкһөҙ, аҫтан — шырт. Сәскәһе ике енесле. Тәлгәше конус формаһында, ауырлығы 240—550 г. Емеше — еләк, ауырлығы 2,4 г, овал формаһында, йәшел төҫтә. Авг.—сент. өлгөрә; составында 10,7% шәкәр, 1,4% органик к‑та, 100 г 8,1 мг С витамины бар.Ҡышҡа сыҙамлылығы уртаса. Уртаса уңдырышлылығы — 120 ц/га йәки бер ҡыуаҡтан 4,5 кг (Кушнаренко емеш‑еләк һәм виноград культуралары селекцияһы үҙәге, 2004—06). БР һәм РФ б‑са ҡулланылышҡа 2007 й. индерелгән, ҡаплаулы культурала бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

М.Ғ.Әбдиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: