Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛАЛАР ПРИЮТТАРЫ

Просмотров: 1230

БАЛАЛАР ПРИЮТТАРЫ, тормошта ауыр хәлдә ҡалған бәлиғ булмағандарға ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән махсус учреждениелар. Дәүләт, дини ойошма, айырым кеше һ.б. башланғысы б‑са ойошторола (ҡара: Хәйриә). Соц. ярҙам үҙәге йәки халыҡты соц. хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге составына инергә мөмкин. “Социаль реабилитацияға мохтаж бәлиғ булмағандар өсөн махсус учреждениелар хаҡында өлгө положениеларҙы раҫлау тураһында” РФ Хөкүмәте ҡарарына (2000 й. 27 нояб.) ярашлы, 3—18 йәшлек балаларға ваҡытлыса йәшәү һәм соц. реабилитацияланыу мөмкинлеген бирә, соц.-иҡт., психологик-пед., юридик, мед. ярҙамы күрһәтә. Б.п. ата-әсәһеҙ ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр үҙҙәренең мөрәжәғәт итеүе, халыҡты соц. яҡлау идаралығы органы юллауы, тәфтишсе йәки судья ҡарары, эске эштәр бүлегенең оператив дежурныйы акты нигеҙендә урынлаштырыла ала. Б.п. етәксеһе эске эштәр органдарына бәлиғ булмаған баланы ҡулай булмаған соц. мөхиттән тартып алыуҙы һорап мөрәжәғәт итә ала. Б.п. һаны 5—10 мең балаға бер учреждение иҫәбенән сығып билдәләнә. Рәсәйҙә Б.п. 18 б. монастырҙар эргәһендә барлыҡҡа килә. 1837 й. монастырға ҡарамаған тәүге приют Санкт-Петербургта асыла. “Балалар приюттары тураһында положение”ға (1839) ярашлы, улар балаларға ваҡытлыса һыйыныу урыны һәм башланғыс белем бирә. Императрица Мария, дини, хәрби һәм ЭЭМ учреждениелары буйһоноуында була. 19 б. аҙағында сабыйҙар өсөн һәм ауыл Б.п. асыла башлай. 1918 й. балалар йорттары һ.б. балалар тәрбиә учреждениелары итеп үҙгәртелә. 90-сы йй. башында ҡайтанан асыла.

Өфө өйәҙендә 1849 й. граф Г.А.Строганов (ҡара: Строгановтар) тәҡдиме б‑са малайҙар өсөн (52 тәрбиәләнеүсе) Өфө Б.п. асыла, ул императрица Александра Фёдоровна ҡурсаулығы аҫтында була, Б.п. попечителлеге аҡсаһына тотола, Приют урамында (хәҙ. Киров урамы) урынлаша. Шулай уҡ етем малайҙар өсөн Б.п. [полицмейстер Панфилов башланғысы м‑н ойошторола, тәүҙә Воскресение урамындағы (Туҡай урамы) ағас ҡуналҡа бинаһында, 1888 й. алып хәйер итеп бирелгән 2 ҡатлы таш бинала урынлаша], Өфө ир балалар гимназияһы гимназистары өсөн Полежаев Б.п. [1865—90 йй.; 10—15 тәрбиәләнеүсе; ярлылар попечителлеге ком‑ты аҡсаһына тотола, 1876 й. Губерна земство йыйылышы тарафынан хәйриә аҡсаһына һатып алынған Семинария урамындағы (К.Маркс урамы, 8) 2 ҡатлы таш бинала урынлаша]; Мариин ҡыҙ балалар гимназияһының затлы нәҫелле тәрбиәләнеүселәре өсөн Б.п. (Пушкин урамында; пансион; 1873 й. нигеҙ һалына; 1880 й. алып В.А.Новиков хөрмәтенә Новиков ис.; 14 ҡыҙ) эшләй. Ярлы мосолман балалары өсөн Б.п. (1878; 11 малай) С.Ш.Тәвкилев тәҡдиме б‑са Беренсе йәмиғ мәсете эргәһендәге уның йортонда асыла. Католиктар өсөн Б.п. (1916; 70 бала) Католиктарҙың ярлы ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү йәмғиәтенең Өфө бүлеге тарафынан Һамар урамында (Беляков урамы) асыла, 1917 й. унда ҡасаҡ балалар өсөн Б.п. урынлаша. Беренсе донъя һуғышы ҡорбандарының етем балалары өсөн Б.п. (1917) Андрей тәҡдиме б‑са һәм Өфө сауҙагәр йәмғиәте ағзалары булышлығы м‑н А.А.Берштейн сауҙа йортонда асыла (Үрге сауҙа майҙаны, 42). Приют пансионы (1868 й. Бөрө ҡ. ҡыҙ балалар пансионы булараҡ асыла, 1886 й. Өфөгә күсерелә; 32 тәрбиәләнеүсе) ҡаҙна аҡсаһына тотола. БР-ҙа 90-сы йй. уртаһында Бәләбәй һәм Белорет ҡҡ. Б.п. асыла. Б.п. БР МК “Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюттар селтәрен үҫтереү тураһында”ғы (2000 й. 29 дек.), БР Хөкүмәтенең “БР‑ҙа халыҡты социаль хеҙмәтләндереү тәртибе һәм шарттары тураһында”ғы (2006 й. 24 июле) ҡарарҙарына ярашлы асыла һәм эш итә. 2001 й. респ. 11, 2006 й. — 35 (РФ-та 1-се урын), ш. иҫ. 9 ҡалала, Б.п. иҫәпләнә.

В.Н.Буравцов, А.И.Ҡаһарманова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019