Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАРАЗИТОЛОГИЯ

Просмотров: 1192

ПАРАЗИТОЛОГИЯ (паразиттар һәм ...логия), паразиттарҙы, уларҙың хужалары һәм тирә‑яҡ мөхит м‑н үҙ‑ара мөнәсәбәтен, ш. уҡ паразитар ауырыуҙарҙы һәм улар м‑н көрәш сараларын өйрәнгән фән. Паразиттарҙың булмышына ҡарап, фитопаразитология (паразит үҫемлектәрҙе, вирустарҙы, бактерияларҙы, бәшмәктәрҙе һәм улар тыуҙырған ауырыуҙарҙы өйрәнә) һәм зоопаразитология [паразит хайуандарҙы һәм улар тыуҙырған йоғошло ауырыуҙарҙы өйрәнә; гельминтологияны, арахнологияны, карцинологияны (ҡыҫала һымаҡтарҙы), протозоологияны (иң ябайҙарҙы), энтомологияны үҙ эсенә ала] айырыла. Дөйөм (паразиттарҙың биол. циклы, биохимияһы, морфологияһы, систематикаһы, физиологияһы һәм экологияһы), мед., ветеринария һәм агрономия П. бүленә. Ботаника, зоология, иммунология, эпидемиология, эпизоотология һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. П. тикшеренеүҙәрҙең анатомик, физиологик, гистологик, биохимик һ.б. ысулдары ҡулланыла. Башҡортостанда П. үҫеше СССР ФА‑ның 160‑сы Союзгельминтология экспедицияһы (1936—38) м‑н бәйле. Тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре “Башҡортостан гельминтология экспедицияһы хеҙмәттәре” (“Труды Башкирской гельминтологической экспедиции”; 1938) китабында дөйөмләштерелгән. 40‑сы йй. алып Башҡ‑н ғилми‑тикшеренеү ветеринария тәж. ст. (ҡара: Ветеринария лабораторияһы) респ. төрлө геогр. зоналарында а.х. һәм йорт хайуандарының гельминтофаунаһы өйрәнелә, дикроцелиоз (Х.В.Әйүпов), эхинококкоз һәм альвеококкоз (С.М. Вәлиуллин), йылҡы малының гемоспоридиоз ауырыуҙары (И.И. Насырова), һарыҡтарҙың трихостронгилятоздары (Р.Н.Сәмиғуллин), быуа һәм тәбиғи һыу ятҡылыҡтары балыҡтарының гельминтоздары (П.П.Антонов, П.М.Тетерюк) һ.б. осраҡтарҙа комплекслы һауыҡтырыу сараларының схемалары эшләнә. Аграр университетта һыйыр һәм йылҡы малының телязиозы (О.Н.Третьякова), а.х. малдарының дикроцелиозы (Әйүпов), йорт ҡоштарының гельминтоздары (Ғ.З.Хәзиев), һарыҡ‑кәзә һәм һыйыр малының мониезиозы (З.Н.Ғәбитов, Р.Ғ.Дәүләтбаев), эхиностоматидозы (А.С.Сәғитова), токсокарозы (Г.Ф. Каспранова һ.б.), гангулетеракидозы (И.Р.Ғәйнуллина), эхинококкозы (В.С. Буранбаев), фасциолёзы (К.А.Гәрәев, Х.Ғ.Нурхәмитов һ.б.), парамфистомозы (Б.Ә.Ғәлимов, Р.Ғ.Фазлыев һ.б.), көйшәүсе малдарҙың стронгилятоз‑ дары (В.З.Ғәлимова), тауыҡтарҙың эймериоздары (Е.Н.Сковородин, Р.Р. Фазлыев) һ.б. өйрәнелә; антгельминтиктарҙың һөҙөмтәлелеге баһалана, хайуандарҙы дауалау өсөн уларҙы ҡулланыу б‑са тәҡдимдәр (Каспранова, Сәғитова, Хәзиев, С.М. Шәйәхмәтов, Әйүпов һ.б.), ассоциатив йоғошло ауырыуҙар осрағында эсәклектең микробиоценозын төҙәтеү ысулдары (Р.Т. Маннапова һ.б.) эшләнә; тикшеренеү материалдары б‑са БР терр‑яһында гельминттарҙың яңы төрҙәре табыла һәм тасуирлана: тауыҡтың мускуллы ашҡаҙанының кутикулаһы аҫтынан нематодалар; күгәрсен бауырынан (Әйүпов) һәм ҡашыҡморондың йоғошло бурситынан (Хәзиев) трематодтар. 60‑сы йй. башлап Башҡорт дәүләт университетында ҡырағай ҡоштарҙың, балыҡтарҙың, ер‑һыу хайуандарының һ.б. гельминтоздары (М.Ғ.Баянов); Биология институтында ҡырағай имеҙеүселәрҙең (Вәлиуллин), картуфтың (М.С. Мөхәмәтшин) гельминттары өйрәнелә; Ауыл хужалығы институтында вируслы инфекция м‑н индуцияланған картуфтың гормональ балансы үҙгәреүенә микроэлементтарҙың йоғонтоһо (Ш.Й.Ғиләжетдинов, Л.И.Пусенкова һ.б.), ҡыяҡлыларҙың, йәшелсә культураларының гельминттары (А.М. Ишмаев), Биохимия һәм генетика институтында — кобальт һәм никель тоҙҙарының тәмәке мозаикаһы һәм картуфтың башҡа вирустарының репродукцияһына йоғонтоһо (Ғиләжетдинов); Медицина университетында респ. гельминтофаунаһы, гельминтоздарҙың, ш. иҫ. кеше тениозының, тениаринхозының (З.М. Ғафурова, Р.Ю.Мөхәмәтов), эхинококкозының (Г.И.Лоҡманова), описторхозының (Ф.Ф.Мусыргалина) һәм фасциолёзының (Д.Ә.Йәнекәев) таралғанлығы һәм патогенезы, балаларҙа лямблиоздың клиник‑лаб. үҙенсәлектәре (Г.Т. Туперцева, Р.Ә.Әхмәтова) тикшерелә, уларҙы дауалау ысулдары һәм улар м‑н көрәш саралары эшләнә, эхинококкозды (А.Х.Мостафин, Д.Р.Мөшәрәпов, М.Ә.Нартайлаҡов, И.Ә.Сафин), ш. иҫ. балаларҙыҡын (Н.П.Васильева, А.Ә.Ғүмәров, М.И.Ғүмәров), диагностикалау һәм хирургик дауалау камиллаштырыла. Республикала СССР ФА эргәһендәге Акад. К.И. Скрябин ис. Бөтә Союз гельминтоогтар йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе эшләй (ҡара: Ғилми йәмғиәттәр). Әйүпов етәкс. Башҡортостан гельминтологтарының ғилми мәктәбе ойошторолған. Шулай уҡ ҡара: Вирусология, Микология.

Әҙәб.: Х а з и е в Г.З. Зооантропонозы и их профилактика. Уфа, 1998; С а г и т о в а А.С., Х а з и е в Г.З. Гельминты и гельминтозы птиц в Башкортостане и их профилактика. Уфа, 2002.

Д.Ә.Вәлишин, Ғ.З.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019