Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨТӨҮЛЕКТӘР

Просмотров: 1690

КӨТӨҮЛЕКТӘР, үләне малдарҙы йөрөтөп ашатыу өсөн файҙаланылған ерҙәр. Тәбиғи (ҡара: Тәбиғи мал аҙығы ерҙәре) һәм сәселгән (культуралы) К. айырыла. Тәбиғи К. башлыса күп йыллыҡ ҡырағай үләндәрҙән тора. Сәселгән К. күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәрҙең ҡуҙаҡлы‑ҡыяҡлы ҡатнашмаларын сәсеү юлы м‑н булдырыла (ҡара: Үлән ҡатнашмаһы). Башҡортостанда тәбиғи К. майҙаны 2,255 млн га тәшкил итә (2012). К. а.х. малдары өсөн иң ҡиммәтле йәшел мал аҙығының төп сығанаҡтарының береһе булып тора. Тәбиғи К. малды үләндәр 10—12 см бейеклеккә еткәндән һуң, апр. аҙ. — май башында мал сығаралар. Урал аръяғы дала зонаһы һәм Урал алды дала зонаһы К. үҫемлектәр япмаһы — иртә ҡыяҡлыларҙан (типсәк, еҙүлән, ҡылған), төньяҡ урман‑дала зонаһы һәм төньяҡ-көнсығыш урман‑дала зонаһы К. — таръяпраҡ бажаттан, көньяҡ урман‑дала зонаһы К. ш. уҡ типсәктән тора. Дым етерлек булған райондарҙа (башлыса урман‑дала һәм тау‑урман зоналарында) культуралы К. 20 майҙан 15 сент. тиклем етерлек миҡдарҙағы сифатлы мал аҙығын алырға мөмкинлек бирә. Сәселгән К. үләндәр үҫемлектәр япмаһы 15—18 см еткәндән һуң, дала зонаһында — 25—30 майҙа, көньяҡ урман‑дала зонаһында — 1—5 июндә, төньяҡ һәм төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зоналарында 5—10 июндә өлгөрә. Миҙгелгә 3—4 тапҡыр сабып-йыйыу үткәрелә. Көтөүлек осоро 140—160 көн дауам итә. К. продуктлылығын арттырыу (үлән һәм үлән ҡатнашмаларын һайлап алыу, болонға әйләндереү ысулдары, рациональ ҡулланыу һ.б.) б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта (И.Ю.Кузнецов, С.Н.Надежкин һ.б.) һәм Ауыл хужалығы институтында (Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, М.И.Минеев, В.А.Михеев һ.б.) үткәрелә. Шулай уҡ ҡара: Мал аҙығы етештереү, Болонсолоҡ.

Әҙәб.: Михеев В.А., Губайдуллин Х.Г. Улучшение лугов и пастбищ. Уфа, 1964; Губайдуллин Х.Г., Минеев М.И. Опыт создания и рационального использования культурных пастбищ. Уфа, 1989; Надежкин С.Н. Конвейерное производство кормов в Башкортостане. Уфа, 1999.

И.Ю.Кузнецов, С.Н.Надежкин

Тәрж. Г.А.Миһранова


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.07.2023