Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПСИХОЛОГИЯ ХЕҘМӘТЕ

Просмотров: 1042

ПСИХОЛОГИЯ ХЕҘМӘТЕ м ә ғ а р и ф т а, мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балаларҙың психологик һаулығын тәьмин итеү, уҡытыу һәм тәрбиә эшенең сифатын күтәреү маҡсатында психологтарҙың ғәмәли эшмәкәрлеген ойоштороу системаһы. “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” федераль законға (1992), “Психологик‑педагогик һәм медик‑социаль ярҙамға мохтаж балалар өсөн белем биреү учреждениеһы хаҡындағы типовой положениены раҫлау тураһында” РФ Хөкүмәте ҡарарына (1998 й., 2014 й. көсөн юғалта), РФ Мәғариф министрлығы системаһындағы ғәмәли психология хеҙмәте т‑дағы положениеға (1999), «“Халыҡҡа психологик-педа‑гогик ярҙам күрһәтеү үҙәге” дәүләт (муниципаль) учреждениеһы эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса методик тәҡдимдәрҙе раҫлау тураһында» РФ Хеҙмәт һәм социаль үҫеш министрлығы ҡарарына (2000) һ.б. ярашлы эш итә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: психологик ағартыу, иҫкәртеү, консультация биреү, психодиагностика, психологик коррекция, психологик экспертиза. Балаларҙы үҫтерә торған тормош рәүешен формалаштырыуға, өҙлөкһөҙ белем алыуҙың бөтә этаптарында ла уларҙың индивидуаллегенә, ижади һәләттәренең үҫешенә, уҡыуға ыңғай ҡараш тыуҙырыуға, ш. уҡ шәхес һәм соц. үҫеш боҙолоуҙың психологик сәбәптәрен асыҡлауға һәм уларҙы иҫкәртеүгә булышлыҡ итә. П.х. составына бөтә төр белем биреү учреждениеларының, психологик һәм пед., медик‑соц. ярҙамға мохтаж балаларға белем биреү учреждениеларының педагог‑психологтары, психология һәм педагогика комиссиялары, медик‑соц. комиссиялар, ғилми учреждениелар, юғары уҡыу йорттары подразделениелары, мәғарифҡа идара итеү органдары үҙәктәре һ.б. инә. Рәсәй мәғариф акад., һаулыҡ һаҡлау учреждениелары һәм ойошмалары, опека һәм попечителлек, эске эштәр, прокуратура органдары һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Рәсәйҙә П.х. ойоштороу 1988 й. мәктәп психологы вазифаһын индереүҙән башлана (СССР Халыҡ мәғарифы б‑са дәүләт ком‑ты ҡарары). Башҡортостанда тәүге тапҡыр 41‑се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә (Өфө) психолог ставкаһы индерелә, Педагогия университетында ғәмәли психологтар әҙерләү курсы (етәксеһе В.Ф.Сафин) ойошторола, 1993 й. пед. һәм психология ф‑ты асыла. 1989 й. Мәғарифты үҫтереү институтында психологтар әҙерләү курсы ойошторола (етәксеһе В.Б.Стрелков). Өфөлә “Индиго” ҡала психологик-медик‑пед. үҙәге (1990 й. нигеҙләнгән), Респ. ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә соц.‑психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге, “Саторис” психологик, пед. реабилитациялау һәм коррекциялау үҙәге, “Журавушка” медицина һәм педагогика үҙәге, БДПУ‑ның “Универсум” психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге, Өфөнөң Дим р‑ны психологик-медик‑соц. оҙатыу үҙәге, “Ышаныс” халыҡҡа комплекслы соц. хеҙмәт күрһәтеү терр. үҙәге һ.б., Белорет, Бәләбәй, Мәләүез, Туймазы ҡҡ. психологик ярҙам күрһәтеү үҙәктәре эшләй. 2001 й. “Индиго” үҙәгендә “Ышаныс телефоны” психологик ярҙам күрһәтеү хеҙмәте ойошторола. 1993 й. — “Өфө—Төньяҡ” (етәксеһе Н.Г. Варакин) һәм “Өфө—Көньяҡ” (Т.С. Власкина) психология, медицина һәм педагогика комиссиялары, 1998 й. Өфө ҡала халыҡ мәғарифы идаралығы эргәһендә — педагог‑психологтарҙың тәүге район методик берекмәләре, 1999 й. белем биреү учреждениеларындағы һәм психологик үҙәктәрҙәге ғәмәли мәғариф психологтарының эшмәкәрлеген көйләгән ижт. соц.‑психологик хеҙмәт советы (рәйесе Р.М.Фәтихова) ойошторола. 2003 й. алып Рәсәй Мәғариф психологтары федерацияһының БР‑ҙағы төбәк бүлексәһе (ҡара: Ғилми йәмғиәттәр) эшләй. 2007 й. башлап Өфөлә йыл һайын “Йыл психологы” проф. конкурсы үткәрелә. Респ. ш. уҡ һаулыҡ һаҡлау, соц. тәьмин итеү, Хөкөмдө атҡарыу федераль хеҙмәтенең баш идаралығы системаһында, енәйәтселек‑башҡарма системаһында, пенитенциар холоҡ төҙәтеү учреждениеларында, таможня органдарында, янғын һүндереү идаралығында, ЭЭМ, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эргәһендә һ.б. психологик хеҙмәт подразделениелары эшләй.

Р.М.Фәтихова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019