Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФОНОВ Вадим Евгеньевич

Просмотров: 1189

САФОНОВ Вадим Евгеньевич (4.3.1969, Өфө ҡ.), спортсы. Дзюдо буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2004). Мәскәү технология институтының Өфө филиалын тамамлаған (1992). “Спартак” ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.А.Пегов). РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1991), Донъя кубогының бронза призёры (2000), шәхси зачётта Бөтә донъя полиция һәм янғын һүндереүселәр уйындары еңеүсеһе (2009), көмөш (2017) һәм бронза (2011, 2013) призёры; полиция һәм хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында Европа чемпионы (2011), дзюдо буйынса команда зачётында Полиция һәм армия араһында халыҡ‑ара турнирҙа еңеүсе (Мәскәү ҡ., 2015). Донъя (2005), Европа (2004) һәм Рәсәй (2004, 2006—07) чемпионы, дзюдо буйынса мастерҙар араһында донъя чемпионаттарының бронза призёры (2004, 2007). Самбо буйынса үҫмер спортсылар араһында РСФСР беренселеге еңеүсеһе (1989). СССР (1988—90) һәм Рәсәй (1998—2001) йыйылма командалары ағзаһы.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.11.2022