Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕРЕПЕЧАЙ Николай Антонович

Просмотров: 1160

ПЕРЕПЕЧАЙ Николай Антонович [23.3.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Николаевка а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 20.1.2008, Бөрө ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1977). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Аксёнов а.х. техникумын тамамлаған (1956). 1949—52 йй. БАССР ДОСААФ‑ының Миәкә район ком‑ты рәйесе. 1956 й. алып Бөрө р‑нында: “Рәсәй” к‑зы агрономы, 1958—89 йй. һәм 1993—94 йй. “Ленин Октябре” к‑зы рәйесе; 1992— 93 йй. “Восток” Халыҡ‑ара коммерция акционерҙар банкыһы Бөрө филиа‑ лының бүлек начальнигы. П. етәкс. “Ленин Октябре” к‑зы үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: 1983—85 йй. иген культураларының уңдырышлылығы 21 ц/га, һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 2854 кг тәшкил иткән. БАССР ЮС‑ының 8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), “Почёт Билдәһе” (1966), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Повышение экономической эффективности кормопроизводства. Уфа, 1971 (авторҙ.); Колхозное производство на промышленную основу. Уфа, 1977 (авторҙ.).

О.А.Перепечай

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019