Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОРОС

Просмотров: 974

БОРОС (Capsicum), эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ярым ҡыуаҡ, ҡыуаҡ йәки күп йыллыҡ үлән заты. Яҡынса 20 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 50) төрө билдәле: перу Б., колумбия Б., төклө Б., мексика Б. һәм башҡалар. Ҡырағай рәүештә Көньяҡ Американың тропик райондарында осрай. Мексика Б. бер йыллыҡ йәшелсә культураһы һәм тәмләткес культура булараҡ бөтә ерҙә, ш. иҫ. Башҡортостанда үҫтерелә. Һабағы тармаҡлы, 25—140 см бейеклектә. Япрағы йомортҡа формаһында йәки ҡыяҡ, һаплы. Сәскәһе аҡ, һары йәки шәмәхә, ике енесле, яңғыҙ. Июнь— авг. сәскә ата, емеше июль—нояб. өлгөрә. Емеше — төрлө формалағы, ҙурлыҡтағы (0,8—25 см) һәм ауырлыҡтағы (0,25—190 г) күп орлоҡло ялған еләк. Орлоғо ялпаҡ, бөрө формаһында. Мексика Б. емешендә капсаицин алкалоидының миҡдарына ҡарап татлы һәм әсегә айырып йөрөтөлә. Татлы Б. емеше составында С (250 мг%), В1, В2 һәм рутин витаминдары, минераль матдәләр, алкалоидтар, эфир майҙары һ.б. бар. Үҙенән‑үҙе һеркәләнеүсе, йылы, дым, яҡтылыҡ яратыусы үҫемлек. Вегетация осоро 120— 160 көн. Үрсетмәләре плёнка япма аҫтында 45—60 көн буйы үҫтерелә. Орлоҡто үрсетмәгә ултыртыу ваҡыты — марттың 3‑сө декадаһы, күсереп ултыртыуһыҙ сәсеү нормаһы 4— 5 г/ м2. Асыҡ тупраҡҡа июндең 1‑се декадаһы аҙағында рәттә 30—40 см һәм рәт араһында 50—60 см аралыҡта ултыртыла. Татлы Б. уңышы өлгөрөү м‑н (йәй эсендә 4—15 тапҡыр) йыйып алына, әсе Б. — 2 тапҡыр, емештәре ҡыҙарғандан һуң. Татлы Б. уңдырышлылығы 180 ц/ га, әсенеке — 140 ц/ га; ябыҡ тупраҡта — 14 кг/ м2. Татлы Б. емеше яңы йыйылған һәм эшкәртелгән килеш; әсенеке — тәмләткес итеп кулинарияла, фармацевтика сәнәғәтендә һәм ликёр‑араҡы сәнәғәтендә һ.б. ҡулланыла. Респ. Б. йорт яны участкаларында үҫтерелә. БР б‑са Кубанский консервный һәм Ласточка сорттары ҡулланылышҡа индерелгән.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: