Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕЛИВЁРСТОВ Алексей Николаевич

Просмотров: 1280

СЕЛИВЁРСТОВ Алексей Николаевич (24.7.1976, Өфө ҡ.), спортсы. Бобслей буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2003). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2005). Урал физик культура академияһын (2000), ӨЮИ‑ны (2005) тамамлаған. 15‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренеры  Ә.Ғ.Агеев), 1995—2009 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры — Р.Ш.Фәйезов). Олимпия уйындарының көмөш призёры (2006). Дөйөм зачётта Донъя кубоктарын яулаусы (2005—06), Европа чемпионы (2005), донъя чемпионаттарының көмөш (2005) һәм бронза (2003) призёры, дөйөм зачётта Донъя кубоктарының көмөш призёры (2004, 2008), Европа чемпионатының бронза призёры (2006), күп тапҡыр Донъя кубогы этаптары һәм Рәсәй чемпионаттары еңеүсеһе. Боб‑старт буйынса донъя чемпионы (2004). Үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионатының көмөш һәм бронза призёры (2001). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1998, 2002). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1996—2009). 2009 й. алып “Торос” хоккей командаһының (Нефтекама ҡ.), 2013 й. — “Салауат Юлаев” (Өфө ҡ.), 2017 й. — “Югра” (Ханты-Мансийск ҡ.), 2018 й. — “Витязь” (Подольск ҡ.), 2021 й. башлап “Автомобилист” (Екатеринбург ҡ.) хоккей клубтарының физик әҙерлек буйынса тренеры. Дуҫлыҡ (2007), Халыҡтар дуҫлығы (2006) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.10.2022