Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕМАК Александр Владимирович

Просмотров: 1240

 

СЕМАК Александр Владимирович (11.2.1966, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987), СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1990), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2015). “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары: В.И.Воробьёв, А.Н.Емелин). “Салауат Юлаев” (1982—86, 1994, 2000—01), “Динамо” (Мәскәү ҡ., 1986—91, 2002—03), “Северсталь” (Череповец ҡ., 2003—04), ЭЭМ (Тверь ҡ., 2004–05) хоккей клубтарында, Милли хоккей лигаһы (АҠШ, Канада, 1992—97) һәм Германия (1999—2000) клубтарында уйнай. Донъя (1990), Европа (1987, 1991), СССР (1990—91), Бөтә донъя универсиадаһы (1987) чемпионы, Халыҡ‑ара хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994), донъя чемпионаттарының көмөш (1987) һәм бронза (1991) призёры. Йәштәр араһында донъя (1984, 1986), үҫмер спортсылар араһында Европа (1984), үҫмерҙәр араһында СССР (1983) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1981) чемпионы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1987—91). 2005—13 йй. тренерлыҡ эшендә, 2015 й. алып “Салауат Юлаев” хоккей клубының генераль директоры, 2016 й. — генераль директор урынбаҫары, 2017 й. башлап “Ағиҙел” ҡатын‑ҡыҙҙар хоккей командаһының спорт директоры (Өфө ҡ.). БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 5‑се саҡырылыш депутаты. Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән (2016).

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.05.2023