Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠ ТӨЛКӨ

Просмотров: 1147

АҠ ТӨЛКӨ (Alopex lagopus), эттәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразия, Төньяҡ Америка тундраһы һәм урман‑тундраһында, Төньяҡ Боҙло океан утрауҙарында таралған. Ҡышын хайуандарҙың күпселек өлөшө урман‑тундраға һәм тайгаға күсә. Төк япмаһының төҫө б‑са А.т. күк (йәйен һәм ҡышын күкһел һоро) һәм аҡ (йәйен һорғолт ҡуңыр, ҡышын аҡ) була. Йөнө ҡуйы һәм йомшаҡ. Кәүҙә оҙонлоғо 50—75 см, ҡойроғо 25—42 см, ауырлығы 7,5 кг тиклем. Кәүҙәһе оҙон, башы йомро, мороно ҡыҫҡа. Ҡолағы ҡыҫҡа, түңәрәк. Аяғы ҡыҫҡа, бармаҡта йөрөүсе. Ҡойроғо ҡабарынҡы. Моногам. Енси яҡтан 9—10 айҙа өлгөрә. 3—12 (21‑гә тиклем) көсөгө була. 8—10 йыл йәшәй. Тәүлек әйләнәһенә, ҡышын башлыса төндә, әүҙем. Нигеҙҙә, кимереүселәр, ш. уҡ ҡоштар һәм уларҙың йомортҡалары, балыҡ, умыртҡаһыҙҙар, емтек, емеш‑еләк, үлән м‑н туҡлана. Ҡалҡыу урындарҙа тәрән өңдәрҙә йәшәй. Ҡиммәтле тиреле йәнлек. Башҡортостанда А.т. үрсетеү м‑н Иглин йәнлекселек хужалығында һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа шөғөлләнәләр.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: