Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕСНЯ КУРАЯ

Просмотров: 1010

ПЕСНЯ КУРАЯ, ҡытай шыҡтымы сорты. 20 б. 90‑сы йй. аҙ. Л.Н. Миронова, Л.Ә.Төхвәтуллина, А.А.Реут (Ботаника баҡса‑институты) тарафынан Amabilis Superbissima сортын ирекле һеркәләндереү ысулы м‑н сығарыла. Йыш ултыртылған ҡыуаҡ, бейеклеге 55 см тиклем. Һабағы нәҙек, антоциан төҫөндә. Япрағы уртаса оҙонлоҡта, йәшел төҫтә, ялтыр, өс тапҡыр өсәрле, аҫ яҡтан төкһөҙ. Сәскәһе (45‑кә тиклем) ҡатмарлы таж япраҡлы роза формаһында, алһыу төҫтә, диам. 13 см тиклем. Еҫе уртаса. Сәскә һабы ныҡлы. Июнь аҙ. сәскә ата (10—11 көн). Декоративлығы 95 балл. Ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы сорт, ауырыуҙар һәм ҡоротҡостар м‑н зарарланмай. Вегетация осоро — 160 көн. Ҡыуаҡ бүленеү юлы, үҫеш стимуляторҙары м‑н эшкәрткәндә — һабаҡтары (үҫемлектәрҙең сәскәгә төймәләнеү фазаһында) м‑н үрсей. БР б‑са ҡулланылышҡа 2008 й. индерелгән, көньяҡ урман‑дала зонаһында үҫтерелә.

Л.Н.Миронова, А.А.Реут

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: