Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕСЧАНЫЙ 22

Просмотров: 521

ПЕСЧАНЫЙ 22, йылҡы борсағы сорты. 1996 й. З.М.Шәрипҡолова, Н.В.Руднев, Р.З.Ғәлимуллин тарафынан (БНИИЗиС) Бөтә Рәсәй үҫемлекселек ҒТИ (С.‑Петербург) өлгөһөнән шәхси һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Сорт украин экологик төркөмөнә ҡарай. Күп һабаҡлы ҡыуаҡ. Һабағы 90 см тиклем бейеклектә, төҙ, 5—6 быуын араһы бар, йығылмай. Япрағы парһыҙ‑ҡыйғас, 6—14 парлы һәм бер ос япраҡсаһы була, ҡуйы йәшел төҫтә. Сәскәһе асыҡ алһыу төҫтә. Сәскәлеге — тәлгәш, өҫкө өлөшөндә орсоҡ формаһында һәм бик осло. Емеше — бер орлоҡло ҡуҙаҡ, һарғылт көрән төҫтә. Орлоғо фасоль формаһында. 1000 орлоғоноң ауырлығы 20—24 г. Уртаса өлгөрөүсе, ҡоролоҡҡа һәм ҡышҡа бирешмәүсән сорт, яҙ көнө һәм сабып алынғандан һуң яҡшы үҫә. Яҙғы үҫеп сығыуҙан беренсе сабыуға тиклемге вегетация осоро 65—70 көн, орлоҡтарының тулыһынса өлгөрөүенә тиклем 95— 98 көн. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 298, орлоҡ — 11,3; йәшел массала (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 18,6—19,0% сей протеин бар (Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге, 2005—07). БР б‑са ҡулланылышҡа 1998 й. индерелгән, көньяҡ урман‑дала зонаһында һәм Урал алды дала зонаһында үҫтерелә.

З.М.Шәрипҡолова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019