Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЛАСТИК МАССАЛАР

Просмотров: 1910

ПЛАСТИК МАССАЛАР, п л а с т м а с с а л а р, п л а с т и к т а р, полимерҙар нигеҙендәге материалдар, ҡуйы ағыусан хәлдә юғары т‑рала һәм баҫым аҫтында бирелгән форманы алырға, эксплуатация ваҡытында быяла һәм кристалл хәлендә лә уны һаҡларға һәләтле. Полимер составына һәм изделиелар формалаштырыуҙың физик‑химик процестары характерына бәйле П.м. — термопластарға һәм реактопластарға, фаза хәленә бәйле гомоген һәм гетероген материалдарға (ҡара: Дисперслы системалар) бүленә. Гомогендар составында — полимер һәм модификацияланған өҫтәмәләр — антиоксиданттар, стабилизаторҙар (ҡара: Полимерҙарҙы стабилләштереү), пластификаторҙар (ҡара: Полимерҙарҙы пластификациялау), буяғыстар, майҙар һ.б. (ҡара: Полимерҙарға химикат‑өҫтәмәләр), гетерогендарҙа полимерҙар һәм төп өҫтәмә булараҡ тултырғыстар (ҡара: Арматураланған пластиктар, Газ менән тулыландырылған полимерҙар, Композицион материалдар, Тулыландырылған полимерҙар, Быяла пластиктар) бар. П.м. үҙенсәлектәре (ныҡ, еңел, химик, һыуыҡҡа һәм туҙыуға, һуғылыуға сыҙам, юғары диэлектрик, йылы һәм тауыш изоляциялау күрһәткестәре, оптик үтә күренеүсәнлек һ.б.) полимер тәбиғәтенә, композицион составына һәм эшкәртеү ысулына бәйле (ҡара: Кремний органик полимерҙар, Органик быяла, Полиолефиндар, Юғары температураға сыҙамлы полимерҙар, Фторлы полимерҙар). П.м. конструкция материалдарына ҡарай һәм төҙөлөштә, машиналар эшләүҙә, а.х., йыһан, мед., көнкүреш техникаһы етештереүҙә ҡулланыла. Башҡортостанда П.м. — полиэтилен, полипропилен, полистирол, поливинилхлорид, полиэтилентерефталат, П.м. алыу өсөн сеймал — мономерҙар, эпоксид ыҫмалалары, фенол‑формальдегид ыҫмалалары, карбамид ыҫмалалары, П.м. өсөн ярҙамсы материалдар һәм өҫтәмәләр — пластификаторҙар (“Авангард”, “Каустик, Газпром нефтехим Салават”), тултырғыстар (“Сода”, “Туймазытехуглерод”) етештереү производстволары эшләй. П.м. ш. уҡ халыҡ ҡулланыуы тауарҙары сығарыу өсөн ҡулланыла (Авангард”, “Каустик”, “Газпром нефтехим Салават”).

Әҙәб.: Н и к о л а е в А.Ф. Технология пластических масс. Л., 1977.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019