Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЛАСТИК МАЙҘАР

Просмотров: 1370

ПЛАСТИК МАЙҘАР, мазь йәки паста һымаҡ майлағыс материалдар. Аҙ көсөргәнештәрҙә йәки улар булмағанда ҡаты матдә үҙсәнлектәрен ала (формаһын һаҡлай, вертикаль өҫкө йөҙҙәрҙән ағып төшмәй), киҫкен мәлдә (структур каркастың ныҡлығы сигенән юғары; башлыса 0,1—0,5, һирәгерәк 2—3 кПа) тиксотроп әүерелештәр барлыҡҡа килә (деформациялана, көсөргәнеш алынғандан һуң ҡаты матдә үҙсәнлектәрен ала). Тәғәйенләнеше б‑са антифрикцион (ышҡылыуҙы кәметә, туҙыуҙы аҙайта), консервацион (металл изделиелары коррозияһын булдырмай), тығыҙлаусы (арматура, герметизация өсөн вакуумлы, һыр парҙарының эләгеп ҡатыуын булдырмаҫ өсөн һырлы) П.с. айырыла. П.с. күпселеге сүс төҙөлөшлө. Хәрәкәт итеү сигенең ныҡ, йәбешкәк, пенетрация, механик, коллоид, химик, термик, микробиол. тотороҡлолоҡ, радиацион сыҙамлы булыу һ.б. хас. Шыйыҡ нигеҙҙән (нефть йәки синтетик майҙар, уларҙың ҡатышмалары), ҡаты ҡуйыртҡыстан (масса б‑са 10—15%), структура модификаторҙары һәм өҫтәмәләрҙән (тултырғыс массаһы б‑са 1—15%, присадкалар 0,001—5%) тора. Органик (һабын, пигмент, полимер, уреат) һәм органик булмаған (нефть һәм синтетик майҙарҙы силикагель, быяла сүс, асбест, бентонит балсыҡ һ.б. м‑н ҡуйыртыу) ҡуйыртҡыстар бүленә. Тултырғыстар — ҡаты юғары дисперслы матдәләр (графит, техник углерод, молибден дисульфиды, тальк, слюда, металл оксидтары һәм комплекслы берләшмәләре, асбест, полимерҙар, металл онтаҡтары һ.б.). Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. аҙ. П.с. алыу технологияһын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда үткәрелә. Сеймалдың альтернатив төрҙәренән Солидол, Униол маркалы П.с. алыу технологияһы эшләнә. Өфөлә 1992 й. тиклем Бөтә Союз нефть эшкәртеү ҒТИ‑ның Тәж. з‑ды махсус тәғәйенләнешле П.с. сыға‑ ра. 90‑сы йй. башынан “ӨАИ‑ның хужалыҡ иҫәбендәге ижад үҙәге” ЯСЙ‑нда Росойл сериялы П.с. эшләү б‑са ғилми‑тикшеренеү эштәре алып барыла, Майҙар һәм ҡорамалдар тәж. з‑дында уларҙы етештереү ойошторола. “Химик технологиялар һәм ҡорамалдар” Инновация үҙәгендә тәбиғи май к‑талары нигеҙендә Литол, Солидол маркалы П.с., Нефтехимия һәм катализ ин‑тында — Белан сериялы П.с. алыу, “Нефтехимавтоматика” Башҡ махсус КБ‑нда П.с. сифатын билдәләүсе Линтел маркалы аппараттар етештереү технологияһы эшләнә.

Әҙәб.: С и н и ц ы н В.В. Подбор и применение пластических смазок. М., 1974.

Р.Ғ.Ниғмәтуллин

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: