Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИБАЙ БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ

Просмотров: 1343

СИБАЙ БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ. 1931 й. Стәрлетамаҡ ҡ. 2‑се Респ. башҡ. проф. театры булараҡ ойошторола, 1932 й. алып Башҡ. район‑ара күсмә театры, ш. уҡ йылдан — Баймаҡ колхоз‑совхоз театры, 1957 й. — Сибай дәүләт колхоз-совхоз башҡ. театры, 1961 й. — БАССР‑ҙың Сиҙәм театры, 1968 й. — Сибай ҡала башҡ. драма театры, 1976 й. башлап Сибай башҡ. дәүләт драма театры. 1991 й. А.Ҡ.Мөбәрәков исеме бирелә.__ Тәүге баш реж. — Мөбәрәков, яуаплы етәксеһе — Ш.Һөйәрғолов. Труппаның тәүге составына Башҡ. техникумын тамамлаусылар Ә.Абдуллин, Ғ.Б.Абыҙгилдина, С. Йәнбухтина, С.Н.Сәйетов, М.Ғ.Хәбибуллин һ.б. ингән. Театрҙың тәүге спектакле — М.Ә.Мәһәҙиев сәхнәләштергән А.Глебовтың “Дау” спектакле. Репертуарын башҡ. (Д.Юлтыйҙың “Маҡтымһылыу”, “Ҡарағол”; “Башҡорт туйы”; Б.Бикбайҙың “Ҡарлуғас”), татар (Т.Ғиззәттең “Ташҡындар”, Ғ.Камалдың “Беренсе театр”, Н.Иҫәнбәттең “Зифа”), урыҫ классик (А.Н.Островскийҙың “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”, Н.В.Гоголдең “Өйләнеү”) драматургияһы әҫәрҙәре; коллективлаштырыу һәм индустриялаштырыу т‑да пьесалар (А.М.Таһировтың “Баймаҡ”, “Алатау”, С.М.Мифтаховтың “Һаҡмар”, “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”; К.Иҙрисовтың “Яҙғы йыр” һ.б.) тәшкил иткән. Постановкаларҙы Ҡ.Ғ.Бәкеров, Ә.С.Садиҡов, Ғ.Ф.Сарбаев, Е.Сыртланова- Шляхтина, Сәйетов, Ғ.Ғ.Ушанов ҡуйған; художестволы биҙәү өҫтөндә М.Н.Арыҫланов, Ғ.Ш.Арыҫланова (ҡара: Ғ.Ш.Имашева) эшләгән; муз. яҡтан Х.Мансуровский, Р.Ә.Мортазин, ш. уҡ йырсылар һәм ҡурайсылар И.И.Дилмөхәмәтов, Р.З.Йәнбәков, Ғ.З.Сөләймәнов, Х.Б.Әхмәтов һ.б. биҙәгән. Коллективҡа Й.З. Абитаева, М.Азаматова, С.Батыршина, Ғ.Х.Ирназарова, К.И.Ихсанова, С.Йәғәфәров, М.Г.Лоҡманов, Б.М.Мәһәҙиева, М.Х.Хисмәтуллин һ.б. ҡушылған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында труппала күбеһенсә ҡатын‑ҡыҙҙар булған. Башлыса хәрби‑патриотик темаға бер шаршаулы пьесалар, концерттар, ш. уҡ Х.К.Ибраһимовтың “Ватан саҡыра”, Р.Ниғмәтиҙең “Урман шаулай”, Мөбәрәковтың “Бисәкәй”, Р.Ф.Ишмораттың “Ҡайтыу” драмалары ҡуйылған. Соц.‑тарихи драмалар (Ҡ.Даяндың “Таңсулпан”, Б.Бикбайҙың “Ҡаһым түрә”), музыкаль комедиялар (Ибраһимовтың “Башмағым”, “Еҙнәкәй”) ҙур уңыш м‑н барған. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа репертуарҙа илде аяҡҡа баҫтырыу, хеҙмәт энтузиазмы пафосы м‑н һуғарылған әҫәрҙәр (М.Кәримдең “Яңғыҙ ҡайын”, “Ҡыҙ урлау”; Ғ.Ғ.Әхмәтшиндең “Тальян гармун”; М.А.Хәйҙәровтың “Ирәндек”; И.Ә.Абдуллиндың “Бажалар”), героик драмалар [Я.В.Апушкиндың “Салауат, йәки Бер ус көл” (“Салават, или Горсть пепла”) пьесаһы б‑са “Салауат”, А.А.Фадеевтың “Йәш гвардия” (“Молодая гвардия”) романы__б‑са “Геройҙар”] барлыҡҡа килә. М.Әмирҙең “Тормош йыры” әҫәре б‑са Сарбаев (1959—64 йй. баш реж.) ҡуйған спектакль тәрән драматизм, аһәңлек һәм музыкаллек м‑н айырылып тора. Постановкаларҙы ш. уҡ Бәкеров, Ф.Ғ.Ғәләүетдинов, Лоҡманов, Сәйетов ҡуйған; сәхнәне художестволы биҙәү эшен Г.Я. Аллабирҙин, Б.Солтангилдин, Н.Ф. Фәйзрахманова, А.Фәхриев башҡарған. 40‑сы йй. — 50‑се йй. башында труппаға Х.И.Ҡурсаев, Х. һәм М.Ф. Миңлешевтар, Ш.М.Сиражетдинова, З.Х.Ханов, К.М.Хөсәйенов, М.Әхмәтғәлиева, М.Ә.Ямалетдинова, Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлаусылар Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ә.Х.Дилмөхәмәтова, Р.Д.Ҡаһарманова, Ҡ.Х. Хәбибуллина, Х.К.Хәсәнов һ.б. ҡабул ителә. Театрҙың Сибай ҡ. күсеүе, статусы үҙгәреүе һәм труппаның яңырыуы репертуарҙың тематикаһын киңәйткән, театрҙың ижади эшмәкәрлегенең художество‑эстетик принциптарын байытҡан. Репертуар сит ил әҙәбиәте (Мольерҙың “Тартюф”, Цао Юяның “Тайфун”) һәм СССР халыҡтары драматургияһы (А.Е. Макаёноктың “Хөкөм”, Э.Раннеттың “Юлдан яҙған бала”, Ц.Шагжиндың “Хәйләкәр Буҙамша”, У.А.Гаджибековтың “Аршин мал алан”) әҫәрҙәре һ.б. м‑н тулыланған. Р.М.Әйүпов ижады (1964—68 йй. баш реж.) театр тарихында ҙур урын алып тора; ул сәхнәләштергән “Ай тотолған төндә”, Н.Асанбаевтың “Кеше бәхете”, Ә.М.Мирзаһитовтың “Һалдат улы” пьесалары художестволы фекер тулылығы, көслө эмоциональ яңғырашы м‑н айырыла. Реж. Ғәләүетдинов ш. уҡ шул осорҙа ижад юлына баҫҡан башҡ. драматургтары пьесаларына мөрәжәғәт иткән: Ф.В.Боғҙановтың “Мөхәббәт һәм енәйәт”, “Иртәнге томан”; Г.Исхаҡовтың “Бөркөт ҡанаты”; Н.Ғәйетбайҙың “Ҡойма ямғырҙа” һ.б. Спектаклдәр ҡуйыу м‑н ш. уҡ — А.А.Муат, К.Р.Нәҙершин, В.К.Сәйфуллин, Х.М.Усманов; художестволы биҙәү м‑н— А.Г.Мостафин, Х.Насиров, муз. биҙәү м‑н М.А. Хоҙайғолов, М.Н.Хәсәнов шөғөлләнгән. 60—70‑се йй. коллективҡа ГИТИС‑ты тамамлаусылар Ш.С.Кулибаева, Р.М.Әҙелшина, Ф.М. Әсмәндиәров; ӨДСИ һәм Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаусылар З.Ғ.Баязитова, З.С.Вәлитов, К.Б.Исламғолова, В.Б.Йосопов, М.А.Йәмилев, Ә.Ҡ.Йәнбәков, В.Ғ.Ҡалмантаева, М.А.Ниғмәтуллин, Р.Ғ.Сәйфуллин, Р.М.Сәлимгәрәеваu1083 л, Р.Н. 70‑се йй. уртаһында репертуар трагедиялар (М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш”), драмалар (Асанбаевтың “Зәйтүнгөл”, “Аҡ сирендәр”), комедиялар (Т.Ғ.Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү”), трагикомедиялар (Р.Хәмиттең “Китәм инде!”), сит ил әҙәбиәте әҫәрҙәре (Ф.Шиллерҙың “Мәкер һәм мөхәббәт”, Р.Тагорҙың “Ганг ҡыҙы” романы б‑са ш. уҡ исемле спектакль) һ.б. м‑н тулылана. 70—80‑се йй. постановкалар ҡуйыу м‑н Ғәләүетдинов, Нәҙершин, Ә.Ҡ.Сафиуллин, Әйүпов һ.б. шөғөлләнә. Л.В.Вәлиевтең спектаклдәре (1987—90 йй. баш реж.; М.А.Буранғоловтың “Башҡорт туйы”, М.Ғафуриҙың “Ҡыҙыл йондоҙ”) — милли колорит, идея йөкмәткеһе, Г.М.Ильясованың эштәре (А.Н.Арбузовтың “Ғәйеплеләр”) психологик тәрәнлек м‑н айырылып тора. Труппаны И.И.Ғүмәров, Х.Ә.Дәүләтов, Н.А. Искәндәрова, Ә.Ф.Йосопова, Р.И.Яныбаев һ.б. тулыландыра. 90‑сы йй. ижт.‑сәйәси үҙгәрештәр И.Х.Йомағоловтың “Семәрле тәхет”, М.Кәримдең “Йәйәүле Мәхмүт”, А.Дударевтың “Һуңғы аҙым”, Н.Ғәйетбайҙың “Дүрт кешелек табын” һәм “Төн, йәки Һәҙиә менән Рәми” һ.б. спектаклдәрендә сағылыш ала. Урыҫ [Островскийҙың “Үҙ кешеләр — иҫәпләшербеҙ” (“Свои люди — сочтёмся”) пьесаһы б‑са “Берәү бөлә — берәү көлә”], башҡ. һәм татар (М.Фәйзиҙең “Башмағым”, К.Ғ. Тинчуриндың “Ҡазан һөлгөһө”) классиктарының комедиялары, ш. иҫ. муз. комедия (Б.Бикбай һәм З.Ғ. Исмәғилевтең “Ҡоҙаса” спектакле; ул Мәскәүҙә БР көндәрендә күрһәтелә, 1997), ҡуйылған. Р.В.Исрафилов сәхнәләштергән Мольерҙың “Дон Жуан” спектакле үҙенсәлекле интерпретация м‑н айырылған. Постановкаларҙы ш. уҡ Д.М.Ғәлимов, Б.Н.Ибраһимов (1989— 91 йй. баш реж.), Йосопов, О.З.Ханов, Әйүпов, С.Ғ.Әфләтунов ҡуйған; художестволы биҙәү м‑н — Н.Ғ.Байбурин, Э.Р.Ғиззәтуллин, А.Л.‑Х.Ғиләжев, Т.Ғ.Йәнекәев, А.Мәжитов, К. Чарыев; муз. биҙәү м‑н — У.М. Иҙелбаев, Ю.Х.Үҙәнбаев, Р.М.Хәсәнов, М.Х.Әхмәтов; хореография м‑н Г.В. Аҡназарова, С.А.Ғәбитова һ.б. шөғөлләнгән. Труппа составына Р.Р.Абдуллина, А.И.Бәхтиева, Ю.Ш.Ғәйнуллин, Ә.Х.Ғәлләмова, М.С.Итбаев, А.М. һәм М.М. Ҡотошовтар, Ф.Ф.Урманшин, А.Ф.Шәйхисламов һ.б. инә. 2000 йй. башынан театр, үҙенсәлекле милли традицияларға таянып, репертуарын башлыса хәҙ. заман башҡ. әҙәбиәте әҫәрҙәре м‑н байыта; реж. Ғәлимов Ф.М.Бүләковтың (“Ҡыҙҙар ни өсөн илай?”, “Һөйәһеңме — һөймәйһеңме?, “Бәлеш”, “Эх, буйҙаҡтар, буйҙаҡтар...”), Т.Ғәниеваның (“Тамарис”; “Туғанлыҡ” Халыҡ‑ара фестивалендә тамашасылар һөйөүен яулай, 2000), Т.Х.Ғарипованың (“Төштәге йыр”, “Китмәгеҙ, торналар!”, “Тәңкәле ҡыҙ”), Р.М.Кинйәбаевтың (“Эх, Байтимер дуҫ...”, “Гүргә инер сер ине”) һ.б. пьесаларын сәхнәләштерә. Реж. Әфләтунов ҡуйған Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Әсә хөкөмө” драма спектакле фажиғәле яңғыраш м‑н тулған, Н.Ғәйетбайҙың “Аҡмулланың аҡ төндәре” драма‑уйланыуҙары фәлс. ҡоролған, Ғарипованың “Бәхеткә ҡасҡандар” фантасмагорияһы метафораларға бай. Был йылдарҙа труппаға В.Н.Ғилманов, А.Ә.Йәнбәков, Р.Г.Саникина, М.С.Щепкин ис. театр уч‑щеһын (Мәскәү) тамамлаусылар Р.М.Мифтахетдинов, Л.Д. Рустанова, Г.И.Усманова һ.б. ҡабул ителгән. С.б.д.т. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. Дир.: Әсмәндиәров (1961 й. алып), В.Х.Фәтхуллин (1967—74), Ҡаһарманова (1975 й. алып), Ғәлимов (1987 й. алып, бер үк ваҡытта художество етәксеһе). 1932 й. алып театр төрлө биналарҙа урынлаша, 2004 й. башлап З.Вәлиди урамында үҙ бинаһы бар, театрҙың музейы эшләй. 2008 й. С.б.д.т. бинаһына Мөбәрәковҡа арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.

Әҙәб.: Ә х м ә т ш и н Ғ. Сиҙәм ерҙәр театры. Өфө, 1966; Ғүмерҙәрҙә сәхнә балҡышы=Жизнь в лучах рампы. Сибай, 2007.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023