Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕМЕШ КУЛЬТУРАЛАРЫ

Просмотров: 1331

ЕМЕШ КУЛЬТУРАЛАРЫ, башлыса емеш-еләк һәм сәтләүек алыу өсөн ҡулланылған күп йыллыҡ культуралы үҫемлектәр төркөмө. Яҡынса 200 төрө билдәле. Башҡортостанда 20‑нән ашыу төрө таралған. Орлоҡло (груша, миләш, алмағас һ.б.), тосло (сейә, слива, урман өрөгө һ.б.), сәтләүек емешле (сәтләүек ағасы), еләкле (ҡайын еләге, ер еләге, крыжовник, ҡурай еләге һ.б.), цитрус (лимон, цитрон һ.б.) Е.к. бүленә. Роза һымаҡтар (сейә, груша, ҡайын еләге һ.б.), крыжовник һымаҡтар (крыжовник, ҡарағат), рут һымаҡтар (лимон, цитрон һ.б.), ноҡот һымаҡтар (һырғанаҡ) һ.б. ғаиләләргә ҡарай. Респ. алмағас, груша, сейә киң таралған. Е.к. башлыса вегетатив ысул м‑н: ялғанмышты ашлап (бөрө ялғау), ш. уҡ йәш һәм үрмә һабаҡтарҙы тамырландырып үрсетелә. Е.к. емештәре яңы йыйылған һәм эшкәртелгән килеш аҙыҡ итеп, ш. уҡ аҙыҡ‑түлек һәм парфюмерия-косметика сәнәғәтендә ҡулланыла. БР‑ҙа Е.к. бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. Ултыртылған үҫемлектәрҙең майҙаны — 11,3 мең га; тулайым йыйым — 291 мең ц; уңдырышлылығы 39 ц/га тәшкил итә (2010). Шулай уҡ ҡара: Емешселек.

Г.Ә.Мансуров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: