ПЛЕЩЕЕВ Алексей Николаевич
ПЛЕЩЕЕВ Алексей Николаевич (22.11.1825, Кострома ҡ. — 26.9.1893, Париж, Мәскәүҙә ерләнгән), яҙыусы. “Ике карьера” (“Две карьеры”), “Дачалағы романдар” (“Дачные романы”, икеһе лә — 1860) повестары, “Бәхетле пар” (“Счастливая чета”, 1862), “Нимә йыш була” (“Что часто бывает”, 1864) пьесалары, “Алға!” (“Вперёд!”), “Шағирға” (“Поэту”) шиғырҙары һ.б. авторы. М.В.Петрашевскийҙың түңәрәгендә ҡатнашҡан өсөн 1849 й. үлем язаһына хөкөм ителә, хөкөм Ырымбур губернаһына һөргөнгә ебәреү м‑н алмаштырыла. 1849—55 йй. Ырымбур айырым корпусында хеҙмәт итә, Аҡмәсет походында ҡатнаша. 1856 й. хәрби хеҙмәттән киткәндән һуң Ырымбур сик буйы комиссияһына эшкә килә, һуңынан 1859 й. тиклем граждан губернаторының канцелярия чиновнигы булып эшләй. Күсеп киткәс, Е.И.Барановский м‑н хат алыша. Һөргөндә яҙылған “Тормош күренештәре” (“Житейские сцены”, 1857), “Пашинцев” (1858) повестарында провинциаль йәмғиәткә тәнҡитле күҙәтеүҙәр сағыла. Шиғырҙарын Р.Й.Ғарипов башҡ. теленә тәржемә иткән.
Әҙәб.: У з и к о в Ю.А. Сильный духом //Это с нами навсегда. Уфа, 1983.
С.Ю.Данилин
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов