Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПРАҠТЫҢ УҢДЫРЫШЛЫЛЫҒЫ

Просмотров: 1400

ТУПРАҠТЫҢ УҢДЫРЫШЛЫЛЫҒЫ, тупраҡтың үҫемлектәрҙе туҡлыҡлы матдәләр, дым, йылылыҡ, һауа, уңайлы физик‑химик мөхит м‑н тәьмин итеү һәләте. Тәбиғи, йәки потенциаль (тупраҡта серетмә, туҡлыҡлы матдәләр, дым һ.б. запасы м‑н билдәләнә), яһалма (ер эшкәртеүсе хеҙмәте м‑н булдырыла), һөҙөмтәле (тәбиғи шарттар һәм агротехник алымдар йоғонтоһо аҫтында үҙгәргән, тупраҡта туҡланыу элементтары, дым запасы һәм үҫемлектәр йәшәүенең башҡа шарттары, үҫемлектәрҙең уңдырышлылыҡ күләме м‑н баһаланған тупраҡтың динамик үҙенсәлеге) Т.у. айырыла. Т.у. үҙенсәлеге — яңыртыуға һәләтле булыуы. Ябай (Т.у. баштағы хәленә ҡайтарыу) һәм киңәйтелгән (баштағы хәлдән юғарыраҡ Т.у. булдырыу) яңыртыу була. Т.у. яңыртыу һәм күтәреүҙең төп алымдары: агротехник (сәсеү әйләнеше, ер эшкәртеү һ.б.), биол. (сәсеү әйләнештәрендә ҡуҙаҡлы культуралар сәсеү, ҡыйүләндәре, а.х. культураларының ауырыуҙары һәм ҡоротҡостары м‑н көрәш, патоген микроорганизмдарҙы юҡҡа сығарыу һ.б.), агрохимик (ашламалар ҡулланыу, химик мелиорация һ.б.). Башҡортостанда барлыҡ тупраҡ төрҙәренең уңдырышлылығын күтәреү өсөн калийлы ашламалар һәм органик ашламалар, һоро урман тупрағында, кәҫле көлһыу тупраҡта, ҡара тупраҡта — ш. уҡ азотлы ашламалар, фосфорлы ашламалар ҡулланыла. Т.у. күтәреү алымдарын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта (Ф.Ш.Ғарифуллин, Р.С.Кирәев, Н.М.Нурмөхәмәтов, Ә.М.Рәхимов, Н.А.Середа, М.Ғ.Сираев, С.Н.Тайсинов, Й.А.Усманов, И.Ҡ.Хәбиров, М.Б.Әмиров һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Т.А. Ғәйетов, Т.И.Кейекбаев, Ә.Ш.Латипов, К.З.Хәлиуллин, Б.П.Шиленко, С.Ә. Әбдрәшитов һ.б.), Биология институтында (Ә.Х.Моҡатанов, Р.Я.Рамаҙанов, В.К.Трапезников, Ф.Х.Хәзиев һ.б.) үткәрелә. 2006 й. “2006—2010 йылдарға Башҡортостан Республикаһының милли мөлкәте булараҡ ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр һәм агроландшафтар тупрағының уңдырышлылығын һаҡлау һәм тергеҙеү” программаһы ҡабул ителә, унда Т.у. яңыртыу б‑са агротехник, агрохимик һ.б. саралар ҡарала. Шулай уҡ ҡара: Агрохимик хеҙмәтләндереү, Игенселек.

Әҙәб.: Почвы Башкортостана. В 2 т. Т.2. Воспроизводство плодородия: зонально‑экологические аспекты. Уфа, 1997; Х а з и е в Ф.Х. Почвы Республики Башкортостан и регулирование их плодородия. Уфа, 2007.

В.Ф.Ғайсин, Н.А.Середа, Б.Т.Щербаков

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: