Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЛЮМ‑ТЕКТОНИКА

Просмотров: 1089

ПЛЮМ‑ТЕКТОНИКА, геол. теория, уға ярашлы Ер мантияһында ядро— мантия сигендә барлыҡҡа килгән плюмдар — еңелсә йылынған матдәнең конвектив ағымдары була (У. Морган, 1971). Плюмдар, Ер өҫтөнә күтәрелеп, ер ҡабығында һәм өҫкө мантияла иреү усаҡтары булдыра һәм билдәле геохимик типтағы вулканизм тыуҙыра, ҡыҫҡа ваҡытлы киң базальт түгелеүҙәрен (траптар) йәки йәше үҙгәреп торған (плюмдар туҡтауһыҙ хәрәкәт иткән литосфера плиталарын иретеү сәбәпле) вулкандар сылбырын барлыҡҡа килтерә. Хәҙ. заман плюмдарының барлығы байтаҡ тектонист ғалимдар тарафынан ҡабул ителә һәм геофизик тикшеренеүҙәр (палеомагнетизм, сейсмотомография) м‑н иҫбатлана. Мәҫ., П.‑т. ярашлы, вулканизм йәше үҙгәреү м‑н океан һырттары (Император‑Гавайи, Луисвилль, Реюньон, Кергелен, Тристан, Изге Елена һ.б.) литосфера плиталары хәрәкәтенең йүнәлештәре һәм тиҙлектәре м‑н ориентирлана. В.Н.Пучков һ.б. б‑са, дөйөм тектоника теорияһының артабанғы үҫеше плюмдарҙы Ер йөҙөнөң формалашыуына йоғонто яһаған дөйөм мантия конвекцияһының ҡушма өлөшө булараҡ тулыһынса таныуға килтерә. П.‑т. ярашлы, Урал һәм уға йәнәш терр‑ялар девондағы һәм триастағы суперплюмдар м‑н бәйле трап магматизмы хас булған ҙур магматик провинциялар составына инә. Көньяҡ Уралда плюмдарҙың сығанағы сифатында иртә силурҙағы карбонатиттар м‑н һелтеле интрузиялар (Вишневогорск комплексы, Сибирка һ.б.), аҫҡы девондың чанчар тибындағы һелтеле вулканиттары иҫәпләнә.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: