Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘХӘҮЕТДИНОВА Руза Хәйҙәр ҡыҙы

Просмотров: 1147

СӘХӘҮЕТДИНОВА Руза Хәйҙәр ҡыҙы (23.6.1937, Сталинабад), композитор. РФ‑тың (2003) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БР‑ҙың халыҡ артисы (1994). Композиторҙар союзы ағзаһы (1991). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1971; М.К.Мөхәмәтшина класы) 45‑се урта мәктәптә, 1973 й. алып 100‑сө урта мәктәптә эшләй, 1981—84 йй. БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑тында тауыш режиссёры, 1986—89 йй. БАССР‑ҙың Хор йәмғиәте концертмейстеры (бөтәһе лә — Өфө). Сағыу мелодик һәләткә эйә. Ижады халыҡ йырҙары традицияларын һаҡлауы, образдарының тәрән кәүҙәләнеше, муз. теленең ябайлығы м‑н характерлана. Ижадында төп урынды вокаль музыка биләп тора: Р.Й.Ғарипов шиғырҙарына “Ғүмер” (1979), М.Кәрим шиғырҙарына “Таш өҫтөндәге гөлдәр” (1986), С.А.Есенин шиғырҙарына “Фарсы мотивтары” (“Персидские мотивы”; 1992), Г.Х.Зәйнә- шева шиғыр´арына “Йәшерен мөхәббәт” (1986) вокаль циклдары; 30‑ҙан ашыу хор музыкаһы әҫәре, ш. иҫ. Хор (a cappella) өсөн реквием (2008; 2002 й. Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәттә вафат булған балалар иҫтәлегенә арналған), 700‑ҙән ашыу йыр (У.К.Кинйәбулатов шиғырҙарына “Сейәле тау”, “Үҙең бүләк”) һәм романс (К.М.Аҡбашев шиғырына “Нимә булды һиңә, ни булды?”, тауыш һәм симфоник оркестр өсөн Р.А.Шахмуллина шиғырына “Елдәр, елдәр...”). Инструменталь әҫәрҙәре араһында Ҡыллы квартет, Прелюдия һәм фуга (икеһе лә — 1989), “Татар сюитаһы” (1995). С. балалар музыкаһы йырҙар, хор әҫәрҙәре һәм фп. өсөн пьесаларҙан тора. Башҡорт драма театрыМилли Йәштәр театрыСибай башҡорт драма театрының драма спектаклдәренә, радиопостановкаларға, балалар телеспектаклдәренә музыка авторы. “Гәлсәр һандуғас” Респ. эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың телевизион конкурс‑фестивале лауреаты (Өфө, 2004). Аҡмулла ис. (1993), Р.Ғарипов ис. (2002) пр. лауреаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2013).

Ә ҫ ә р ҙ.: Үҙең бүләк: йырҙар. Өфө, 2002; Сейәле тау. Өфө, 2008; Романсы на стихи Сергея Есенина и Марины Цветаевой. Уфа, 2004.

Әҙәб.: М ы р ҙ а б а е в а Ф. Ҡурсалағыҙ рухын мәңгелектең //Һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999.

Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021