ПСӘНЧИН Юлай Вәли улы
ПСӘНЧИН Юлай Вәли улы (9.10. 1963, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2001), проф. (2009). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2013). В.Ш.Псәнчиндең улы. БДУ‑ны тамамлаған (1985). 1989—98 йй. һәм 2001 й. алып БДПУ‑ла, 2007 й. — М.А.Шолохов ис. Мәскәү гуманитар ун‑тының Өфө филиалында, 2015 й. башлап Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының Рәсәй ислам ун‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт теленең стилистикаһы мәсьәләләренә, лексик семантикаһына, башҡ. телен уҡытыу методикаһына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, урта мәктәптәр өсөн дәреслектәр һәм вуздар өсөн уҡыу әсбаптары авторы һәм авторҙашы. 2004—06 йй. РФА‑ның Шәрҡиәтселәр йәмғиәте вице‑президенты.
Х е ҙ м.: Стилистика падежной системы современного башкирского литературного языка. Уфа, 2000; Стилистика имени существительного баш‑ кирского языка: категории падежа. Уфа, 2007.
С.Ш.Поварисов
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов