Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЯТАЕВА Наталья Вячеславовна

Просмотров: 1196

ПЯТАЕВА Наталья Вячеславовна (11.4.1964, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) 1991 й. тиклем һәм 1994 й. алып БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында эшләй (1996—97 йй. һәм 1999— 2000 йй. филол. ф‑ты деканы урынбаҫары). Фәнни эшмәкәрлеге урыҫ теленең тарихи лексикологияһына һәм этимологияһына, лексикографияға, тел теорияһына, тел ғилеме тарихына һ.б. арналған. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Системно‑структурный и антропоцентрический принципы современной лингвистики: пересекаемость парадигм. Уфа, 2005 (авторҙ.); Антропоцентрический и системоцентрический принципы лингвистики в динамическом исследовании лексических гнёзд. Уфа, 2006; Лексикографические штудии. М., 2015 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019