Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘЙЕМҒУЖИНА Зилиә Мөхәмәтйән ҡыҙы

Просмотров: 1064

РӘЙЕМҒУЖИНА Зилиә Мөхәмәтйән ҡыҙы (17.8.1946, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Мөҡсин а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2010). Горький сит телдәр ин‑тын тамамлаған (1978). 1968—2002 йй. (өҙөклөк м‑н) Ғафури һәм Илеш р‑ндары, Өфө мәктәптәрендә уҡыта, 1981—83 йй. 3‑сө балалар йорто (Өфө) дир., 1998 й. БР Халыҡ мәғарифы министрлығы бүлегенең төп белгесе. 2002 й. алып БДАУ‑ҙа, 2013 й. — ӨДИСУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. антропонимикаһы, халыҡ ауыҙ-тел ижады, башҡорт теле, латин, немец теле материалында сағыштырма тел ғилеме проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. уҡ дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, һүҙлектәр авторы.

Х е ҙ м.: Башкирские и татарские личные имена тюркского происхождения. Уфа, 2006 (авторҙ.); Башкирский антропонимикон в свете языковой картины мира. Уфа, 2006.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: