Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ПРОБЛЕМЫ ВОСТОКОВЕДЕНИЯ”

Просмотров: 1503

“ПРОБЛЕМЫ ВОСТОКОВЕДЕНИЯ” (“Шәрҡиәт проблемалары”), фәнни журнал. Ойоштороусылары – БР Фәндәр академияһы, БДУ, БДПУ. 2008 й. “Йәдкәр” ж. базаһында булдырыла. 2009 й. алып Өфөлә йылына 4 тапҡыр башҡ. һәм урыҫ телдәрендә (һығымта – инглиз телендә) сыға. Тиражы – 300 дана (2015). Журналда гуманитар фәндәр өлкәһендәге фундаменталь тикшеренеү һөҙөмтәләре, архив һ.б. материалдар баҫыла. РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Юғары аттестация комиссияһы тарафынан фән докторы һәм кандидаты ғилми дәрәжәһенә дисс. яҡлау б‑са иң мөһим ғилми һөҙөмтәләр баҫылырға тейешле рецензияланған төп ғилми журналдар һәм баҫмалар исемлегенә индерелгән. Рубрикалары: “Философия. Социология. Иҡтисад”, “Тарих. Археология. Этнография”, “Әҙәбиәт. Сәнғәт. Фольклор”, “Лингвистика”, “Хоҡуҡ белеме. Сәйәсәт”, “Фән бөгөн” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: Р.Н.Байымов (2008 й. алып), И.Ғ.Ғәләүетдинов (2010—15), Ә.С.Ғаязов (2016 й. алып).

М.Ғ.Вәлиева

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.05.2023