Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАДИО ТАПШЫРЫУ

Просмотров: 1953

РАДИО ТАПШЫРЫУ, төп киң мәғлүмәт сараларының береһе. Радио ярҙамында башҡарыла. Башҡортостанда Р.т. хеҙмәтен дәүләт (Башҡортостан радиоһы, “Юлдаш”, “Спутник 107 FM”) һәм коммерция радиоканалдары күрһәтә. Респ. Р.т. тарихы 20 б. 20‑се йй. башлана. 1927 й. Өфө радиотапшырыуҙар компанияһы булдырыла (ҡара: “Башҡортостан”), 1928 й. авг. алып башҡ. һәм урыҫ телдәрендә даими радиотапшырыуҙар трансляциялана башлай. Радиола эшләү өсөн респ. газеталары журналистары йәлеп ителә, эфирҙа радиогазеталар, докладтар, лекциялар яңғырай, Мәскәүҙән тапшырыуҙар алып барыла. 30‑сы йй. ауыл тормошона арналған тапшырыуҙар (“Крәҫтиән иртәләре”), ш. уҡ башҡа тематик программалар барлыҡҡа килә. 1936 й. башҡ. радиоһы тәүге Бөтә Союз радиофестивалендә ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу м‑н төп эфир ваҡыты Совинформбюро сводкаларына, һуғыш һәм тыл геройҙары т‑дағы очерктарға бирелә (“Фронттан һәм фронтҡа хаттар”, “Ватанды һаҡлаусыларға”, “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!”), тәүлек әйләнәһенә “Һуңғы хәбәрҙәр” редакцияһы эшләй. 1945 й. алып ай һайын башҡ. музыкаһы концерттарын Мәскәү радиоһы аша тапшырыу ойошторола. 40‑сы йй. аҙ. башҡ. радиоһы эфирында “Театр — микрофон алдында” рубрикаһы барлыҡҡа килә, унда башҡ. шағирҙарының шиғырҙары урыҫ телендә яңғырай. 1957 й. ике төп редакция (ижт.- сәйәси һәм нәфис тапшырыуҙар) булдырыла; 1958 й. “Между Волгой и Уралом” төбәк‑ара радиожурналы барлыҡҡа килә; 1977 й. ГДР‑ҙың Берлин радиоһында “Өфө—Галле” дуҫлыҡ радио күпере тура эфирҙа уҙа. 80‑се йй. респ. радиоһында техник яңырыу башлана. 80‑се йй. аҙ. 490 радиотрансляция үҙәге һәм 103 млн радионөктә иҫәпләнә, көндәлек эфир ваҡыты 1,5—3 сәғ., 90‑сы йй. аҙ. — 4—5 сәғ. була. Штатта 30‑ҙан ашыу кеше эшләй. Башҡ. радиоһы әҙәби-нәфис һәм муз. йөкмәткеле проекттар тәҡдим итә, ләкин төп эфир ваҡытын ижт.‑сәйәси тапшырыуҙар биләй. Радиола штаттан тыш һәм үҙ хәбәрселәр селтәре барлыҡҡа килә, һөҙөмтәлә программаларҙың тематикаһы киңәйә. 80‑се йй. уртаһында “Әҙәби уҡыуҙар” сыға башлай. Радиоспектаклдәр популяр була. 1989 й. “Экология һәм беҙ” программаһы барлыҡҡа килә. 90‑сы йй. башында Баймаҡ, Белорет ҡҡ., Борай а. радиотелевидение станциялары, Иҫәнғол—Баймаҡ, Өфө—Белорет радиорелелы линиялары төҙөлә, Өфөлә һәм Баймаҡта өсөнсө программа тапшырғыстары сафҡа индерелә. Башҡортостан радиоһы “Рәсәй радиоһы” каналында тапшырыуҙар алып бара. Тапшырыуҙар күләме эш көндәрендә 4 сәғ. тирәһе, шәмбе — 2,5, йәкшәмбе — 3,5 сәғ. була. Ижади состав 4 редакциянан тора: яңылыҡтар хеҙмәте, “Даирә” ижт.‑сәйәси, “Ижад” әҙәби- муз., милләт‑ара һәм төбәк‑ара тапшырыуҙар бүлектәре. Тапшырыуҙары: “Даирә”, “Мәнфәғәт”, “Аграр сектор”, “Говорим по‑русски”, “Һүҙ ҡәҙере”, “Армейский марш”, “Әҙәби ҡунаҡхана”. Башҡ. радио селтәрендә төбәк- ара, халыҡ‑ара проекттар, милләт- ара һәм халыҡтар дуҫлығы темаларына программалар айырым урын алып тора. “Этник донъя” (“Этномир”), “Малахит ҡумта” (“Малахитовая шкатулка”) тапшырыуҙары Башҡортостан халыҡтары һөйләшкән 15 телдә алып барыла (башҡ., урыҫ, тат., латыш, морд., нем. һ.б.). 2008 й. коллективта 40 кеше эшләй. 2000 й. сент. алып “Юлдаш” һәм “Спутник 107 FM” каналдары асыла. Был радиолар БР терр‑яһында, өлөшләтә күрше төбәктәрҙә тапшырыла. “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр‑моң каналы тәүлек әйләнәһенә башҡ. һәм татар телдәрендә эшләй. Муз. композициялар эфирҙың 70%‑ын ала, каналдың мәғлүмәт өлөшөн сәғәт башындағы яңылыҡтар, һауа торошо, соц. йүнәлешле, ижт.‑сәйәси, күңел асыу, танып-белеү тапшырыуҙары тәшкил итә. Рубрикалары: “Хәйерле иртә”, “Шәжәрә”, “Сәғәҙәтле сәғәттәр”, “Ҡунағөй”, “Яҙмыштарҙа — ил тарихы”, “Оло Башҡортостан”, “Юғалтыу— табыштарым”, “Етегән йондоҙ” (икеһе лә татар телендә). 2008 й. 70‑кә яҡын кеше эшләй. “Спутник 107 FM” тәүлек әйләнәһенә урыҫ телендә тапшырыуҙар алып бара. Ижт.‑сәйәси һәм мәғлүмәт программалары: яңылыҡтар (30 минут һайын), аҙна ваҡиғаларына байҡау “Ете көн” (“Семь дней”), “Досье 02”, “Ҡыҙыу линия” (“Горячая линия”); мәҙәни‑ағартыу: “Тарих ҡулсаһы” (“Колесо истории”), “Суфлёр”, “Һеҙҙең хоҡуҡ” (“Ваше право”), “Киномания”, “Тәүге биттә” (“На первой полосе”), “Арҙаҡлы шәхестәр тормошо” (“Жизнь замечательных людей”), “Ҡыҙыҡһыныу” (“Здоровый интерес”), “Хаталар китапханаһы” (“Библиотека заблуждений”); интерактив: “Ҡояш аҫтындағы урын” (“Место под солнцем”), “Алтын урта” (“Золотая середина”), “Дуҫтар өсөн йөҙ һум” (“Сто рублей для друзей”), “Йондоҙло клуб” (“Звёздный клуб”). Филиалдары Белорет, Бәләбәй, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ, Учалы ҡҡ. бар. 90‑сы йй. башында Өфөлә “Шәреҡ” ТРК‑һы базаһында “Роксана” (башҡ. һәм татар телдәрендә) һәм “Беренсе канал” (“Первый канал” урыҫ телендә) коммерция муз.‑күңел асыу каналдары эшләй, 2005 й. алып “Манхэттен” радиоһы асыла (урыҫ телендә). Коммерция радиоларын БР‑ҙа бер нисә үҙәк Рәсәй радиостанциялары тәшкил итә: “Русское радио”, “Авторадио”, “Европа плюс”, “Ретро FM”, “Хит__FM”, “Эхо Москвы”, “Дорожное радио” һ.б., уларҙың эфирында урындағы тапшырыуҙар тәүлегенә 1,5—6 сәғ. ала. 2008 й. БР‑ҙа 90‑ға яҡын радиостанция теркәлгән, уларҙың 44‑е — Өфөлә.

Әҙәб.: С у к б а е в С.Х., А ю п о в а Р.М., Аиткулова Э.Р. Говорит Уфа. Уфа, 2004.

Т.А.Үлмәҫбаева, С.А.Әлиева

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019