Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨҪКӨ ЙӨҘҘӘ АКТИВ МАТДӘЛӘР

Просмотров: 1482

ӨҪКӨ ЙӨҘҘӘ АКТИВ МАТДӘЛӘР, фаза һәм энергетик бәйләнештәрҙе үҙгәртеп, ҡаты һәм шыйыҡ фаза бүленеше сигендә адсорбцияланыуға һәләтле химик берләшмәләр. Тәбиғәттә биол. процестарҙа ҡатнашалар; өҫкө йөҙҙәге активлыҡҡа хайуандарҙың ашҡаҙан‑эсәк юлы һәм ҡанының шыйыҡсалары, үҫемлектәрҙең һуты һәм экстракты составына ингән матдәләр эйә. Ө.й.а.м. тәьҫире молекулаларҙың дифиллегенә (полярлыҡ һәм поляризацияға һәләтлек) бәйле (бер үк ваҡытта составында гидрофиль поляр төркөмдәр һәм гидрофоб поляр булмаған углеводородлы радикал булырға мөмкин). Молекуляр‑дисперслы һәм коллоидлы, ио‑ ноген (анион-, катион активлы, амфолитлы) һәм ионоген булмаған, полимер Ө.й.а.м. айырыла. Анион активлы Ө.й.а.м. карбон кислоталарының, поливалент металдарҙың, ыҫмала, нафтен к‑таларының һабындары, сульфокислоталарҙың тоҙҙары, көкөртлө спирттар, туйынған моноэтаноламидтар, алкандар ҡарай; катион активлыларға — азотлы берләшмәләр (амин тоҙҙары, алкил теҙмәле алифатик, ҡатнаш алкил теҙмәле алифатик, ароматик структуралы йәки гетероциклда азот атомлы моно-, бис‑дүртенсел аммоний нигеҙҙәре һ.б.), сульфоний, сульфоксоний, фосфоний, оксоний, иодоний берләшмәләре; амфолитлыларға — карбокси-, сульфо-, фосфобетаиндар, аминокарбон к‑талары һәм уларҙың тоҙҙары; ионоген булмағандарға — спирттар, өсөнсөл аминдар, альдегидтар, кетондар, эфирҙар, алкилгалогенидтар һ.б.; полимерлыларға — полипептидтар, -сахаридтар, синтетик поливинилдар йәки алмашынған полиэтилендар, -оксидтар, -амидтар, -эфирҙар, ш. уҡ карбоксиметилцеллюлоза, полиэтиленгликоль, полиси‑ локсандар һ.б. инә. Ҡаты (киҫәк, йомғаҡ, гранула, онтаҡ), шыйыҡ һәм ярым шыйыҡ (паста, гель) хәлдә сығарыла. Ө.й.а.м. етештереү өсөн төп сеймал — нефть эшкәртеү һәм нефтехимия синтезы продукттары: түбән һәм юғары молекуляр парафиндар, олефиндар, синтетик май к‑талары, юғары май спирттары, бензолдың һәм фенолдың алкилланған берләшмәләре, этилен окисы (ҡара: Нефть продукттары). Етештерелгән Ө.й.а.м. яҡынса 50%‑ы таҙартыу, косметика, синтетик йыуыу сараларында, ҡалғаны — латекстар, каучуктар, полимерҙар, химик сүстәр, фарм. препараттар, үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары, ярҙамсы текстиль матдәләр, төҙөлөш материалдары, коррозия ингибиторҙары етештереүҙә, нефть сығарыуҙа, ташыуҙа һәм эшкәртеүҙә һ.б., присадкалар, флотацияла реагенттар, дисперслы системаларҙың стабилизаторҙары итеп ҡулланыла. Башҡортостанда ОП‑7, ОП‑10, СНОЗБ маркалы оксиэтилланған алкилфенолдар (“Газпром нефтехим Салават”), лаурил фракцияһының алкилсульфаттары (2004 й. тиклем “Уфахимпром” ААЙ‑нда), алкилланған имидазолиндар (“Каустик”) һ.б. етештереү үҙләштерелә. 20 б. 50‑се йй. алып Г.А.Бабалян етәкс. “БашНИПИнефт”тә (М.Н.Ғәлләмов, Р.Р.Ғәниев, И.И.Кравченко, Б.И.Леви, Е.В.Лозин, Т.Н.Максимова, В.Г. Пантелеев, А.Б.Тумасян, А.Л.Штангеев), ӨНИ‑лә (В.В.Девликамов, Ю.В.Зейгман, М.М.Кәбиров, И.Л. Мархасин, М.К.Рогачёв, З.Ә.Хәбибуллин) ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн Ө.й.а.м. ҡулланыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (10‑дан ашыу БАССР, ТАССР, Пермь өлкәһе, Ҡаҙағстан, ш. уҡ Көнбайыш Себер ятҡылыҡтарының 35 участкаһында промысла һынауҙары өсөн ОП‑10 маркалы ионоген булмаған Ө.й.а.м.; анион активлы Ө.й.а.м. — төрлө нефть сульфонаттары, карбоксиметилаттар тәҡдим ителә; респ. тәүге тапҡыр 1964 й. Арлан нефть ятҡылығының Нуғай тәж. участкаһында ҡулланыла). 80—90‑сы йй. “НИИнефтеотдача” — Ө.й.а.м. алыу технологияларын эшләү б‑са баш институт, унда Р.Н.Фәхретдинов етәкс. ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу технологиялары эшләнә һәм илдең төрлө төбәктәрендәге нефть сығарыу сәнәғәте пр‑тиеларында индерелә. Л.Е.Ленченкова етәкс. АФ9‑12 маркалы неонол, техник лигносульфонаттар, проксамин нигеҙендә химик яҡтан тотороҡло түбән адсорбциялы композицион системалар тәҡдим ителә. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында гербицидтар эшләнә, уларға Ө.й.а.м. еүешләткес, диспергатор, эмульгатор сифатында инә. Органик химия ин‑тында Ө.й.а.м. дарыу препараттары һәм үҫемлектәр өсөн химик һаҡлау саралары эшләүҙә; БДУ‑ла — полимерҙарҙы эшкәртеү һәм стабилләштереү, коррозияны кәметеү процестарында, көнкүрештә һәм сәнәғәттә файҙаланылған һөҙөмтәле таҙартыу һәм йыуыу саралары эшләүҙә; ӨДАТУ‑ла металдарҙы һалҡын килеш һәм электрохимик ысул м‑н эшкәрткәндә майлау‑һыуытыу шыйыҡсаларында ҡулланыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.

Әҙәб.: К р а в ч е н к о И.И., Б а б а л я н Г.А. Адсорбция ПАВ в процессах добычи нефти. М., 1971; Б а б а л я н Г.А. Физико-химические процессы в добыче нефти. М., 1974; Л е н ч е н к о в а Л.Е. Повышение нефтеотдачи пластов физико‑химическими методами. М., 1998.

Л.Е.Ленченкова

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: