Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫЛЙЕБӘК

Просмотров: 827

ҠЫЛЙЕБӘК, кускута (Cuscuta), ҡылйебәктәр ғаиләһенә ҡараған паразит үҫемлек заты. Яҡынса 170 төрө билдәле, тропиктарҙан алып уртаса бүлкәттәргә тиклем таралған. Башҡортостанда 7 төрө үҫә. Төрлө үҫемлектәрҙә(картуф, тал, әлморон һ.б.) паразит булып йәшәгән бер йыллыҡ үләндәр. Ҡ. тулыһынса тиерлек япраҡтарын һәм тамырҙарын юғалтҡан. Һабағы үрмәле, еп йәки бау һымаҡ, һарғылт, йәшкелт‑һары йәки ҡыҙғылт төҫтә, шыма йәки сөйәлле. Сәскәләре ваҡ, аҡһыл, алһыу, йәшкелт төҫтә, йомғаҡ, башаҡ йәки шар рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — 1—4 орлоҡло ҡумта. Карантин ҡый үләндәре. Ҡ. хужа‑үҫемлектең туҡымаһына һурғыстары (гаусториялары) м‑н үтеп инә һәм уның һуты м‑н туҡлана, йыш ҡына үҫемлек һәләк була. Бесәнгә сабылған Ҡ. м‑н зарарланған үлән яй кибә һәм күгәрә, туҡлыҡлы булыуын юғалта; малда ауырыуҙар тыуҙыра. Ҡ. ш. уҡ үҫемлектәрҙең йоғошло ауырыуҙарын таратыусы булып тора. Клевер Ҡ. — аҙ йыллыҡ ҡый үләне. Клеверҙа, люцернала һ.б. паразит булып йәшәй. Орлоҡ аша (2,5 меңгә тиклем орлоҡ) үрсей. Респ. башлыса Урал алды дала зонаһында һәм көньяҡ урмандала зонаһында осрай. Көрәш саралары: үҫемлектәр карантины, сәсеүәйләнешен һаҡлау, орлоҡтарҙы таҙартыу, тупраҡты тәрән туңға һөрөп эшкәртеү, бөтә шытымдарын юҡҡа сығарыу һ.б.

Әҙәб.: Миркин Б.М. Экология растительности сельскохозяйственных земель Башкирии. Уфа, 1990; Захаренко А.В., Кираев Р.С. Регулирование взаимоотношений культурных и сорных растений в агрофитоценозах. Уфа, 2000.

Р.С.Кирәев, Л.Н.Миронова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019