Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫР СЫСҠАНДАРЫ

Просмотров: 1562

ҠЫР СЫСҠАНДАРЫ (Arvicolinae), кимереүселәр отрядының ирләндәр ярым ғаиләһе. 20 заты, 90‑ға яҡын төрө билдәле. Евразияла (Һиндостан ярымутрауының көньяҡ өлөшөнән һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азиянан башҡа) һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 6 затҡа (ала сысҡан, көшөл, ондатра, тоҡор сысҡан, урман сысҡаны, һоро сысҡан) ҡараған 12 төрө бар. Кәүҙәһе йомро, йыуан, муйын билтәге юҡ тиерлек, оҙонлоғо 12‑нән алып (дала ала сысҡаны, ерән Ҡ.с., ҡыҙыл Ҡ.с.) 36 см тиклем (ондатра), ауырлығы 25 г алып (ала сысҡан) 1,5 кг тиклем (ондатра). Йөнө ҡалын, төҫө тоноҡ һарынан, ҡыҙғылт ерәндән алып ҡуйы көрәнгә тиклем. Башы ҙур, мороно тупаҡ, күҙе һәм ҡолағы бәләкәй. Аяғы ҡыҫҡа, ҡаҙыусы төрҙәрҙә алғылары — оҙон тырнаҡлы. Ҡойроғо 1 см алып (ала сысҡан) 29 см тиклем (ондатра) оҙонлоҡта, яланғас тиерлек, ҡайһы берҙәрендә ҡуйы йөн м‑н ҡапланған. Күпселеге полигам. Яҙғы-йәйге быуын енси яҡтан 1—2 айҙа, көҙгөһө — 8—9 айҙа өлгөрә. Йылына 1—5 тапҡыр 3—7 (ҡайһы берҙә 20‑гә тиклем) бала тыуҙыра. Бер нисә айҙан алып 2 йылға тиклем йәшәй. Тәүлек әйләнәһенә әүҙем. Ер өҫтө, ер аҫты йәки ярым һыу хайуандары. Башлыса үҫемлектәрҙең йәшел өлөшө, һирәгерәк — тамыр һабағы, орлоғо м‑н туҡлана; ҡышҡылыҡҡа бер аҙ һаҡлам йыя. Колониялар м‑н өңдә йәшәй; урманда, болонда, баҫыуҙа, ҡалдауҙа, һыу ятҡылығы янында, баҡсала, ҡаралтыларҙа осрай. Бөтә респ. таралған. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡосо, тәбиғи сығанаҡлы ауырыуҙар (лептоспироз, талпан энцефалиты, туляремия һ.б.) тыуҙырғыстарын таратыусы булып тора. Ҡ.с. м‑н йыртҡыс ҡоштар һәм имеҙеүселәр туҡлана. Ондатра — ҡиммәтле тире әҙерләү кәсебе объекты.

А.Г.Яковлев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.03.2023
Связанные статьи: