Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИҘӘЙТКЕС

Просмотров: 1217

ТИҘӘЙТКЕС, фольклор жанры, ауыр әйтелешле өндәрҙең, һүҙҙәрҙең, фразаларҙың ҡушылмаһынан, ҡабатланыуынан төҙөлгән һәм балалар телмәренең үҫешенә булышлыҡ иткән ритмға һалынған сәсмә йәки шиғри әҫәр. Т. көндәлек тормоштоң реаль ваҡиғалар картинаһын һүрәтләй, күп осраҡта юмористик йөкмәтке хас. Һәр текст фәҡәт милли була һәм башҡа телдәргә тәржемә иткәндә үҙенең функциональ үҙенсәлектәрен юғалта. Мәҫ.: “Мейес башында биш бесәй, /Биш бесәйҙең биш башы, /Биш бесәйҙең биш башына /Емерелмәһен мейес башы”.

Әҙәб.: Балалар фольклоры: бала саҡ — уйнап‑көлөп үҫер саҡ. Өфө, 1994; С ө л ә й м ә н о в Ә.М. Бала‑сағаның уйын фольклоры. Өфө, 2007.

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: