ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР
ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР, ер ҡабығының тәбиғи минераль ҡатламдары, химик составы һәм физик үҙсәнлектәре уларҙы милли иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында һөҙөмтәле ҡулланырға мөмкинлек бирә. Ф.ҡ. янар, металл, металл булмаған төрҙәргә; минераль һәм сөсө ер аҫты һыуҙарына, термаль газдарға бүленә. Янар Ф.ҡ. углеводород сеймал — нефть, тәбиғи газ, таш күмер, һоро күмер, торф һәм янар һәүерташтар инә. Металл Ф.ҡ. ҡара (тимер, хром, марганец), төҫлө (баҡыр, алюмин, цинк, ҡурғаш һ.б.), һирәк, радиоктив һәм затлы металдарҙан тора. Металл булмаған файҙалы ҡаҙылмалар (Ф.ҡ. составы һәм үҙсәнлектәре б‑са төрлө булған киң төркөмө) эшкәртелмәй йәки эшкәртелеп ҡулланыла. Шыйыҡ һәм газ хәлендәге Ф.ҡ. үҙенсәлекле төркөмдө тәшкил итә: ер аҫты һыуҙары, минераль ләмдәр, термаль газдар. Барлыҡҡа килеүе б‑са — эндоген (магматик, метаморфик һ.б.) һәм экзоген (ултырма һ.б.), химик составы б‑са — ябай һәм комплекслы, физик торошо б‑са ҡаты, шыйыҡ һәм газ хәлендәге Ф.ҡ. айырыла. Ф.ҡ. тупланмаһы ятҡылыҡтарҙы тәшкил итә. Ер аҫтындағы баһаланған Ф.ҡ. күләме — файҙалы ҡаҙылмалар запастары. Запастары сәнәғәт категориялары б‑са раҫланған һәм Дәүләт балансы тарафынан иҫәпкә алынған ятҡылыҡтар сәнәғәттә үҙләштереүгә әҙер һанала. Ятҡылыҡ үҙләштереүҙең иҡт. маҡсатҡа ярашлы булыуы йәки булмауы Ф.ҡ. төрөнә ихтыяждан тора. БР‑ҙа Дәүләт балансында яҡынса 1250 Ф.ҡ. ятҡылығы иҫәпләнә. 194 углеводород сеймал ятҡылығы теркәлгән, шуларҙың 161‑е үҙләштерелә (“Башнедра” ДУП‑ы мәғлүмәттәре б‑са). Металл Ф.ҡ. араһында иң ҡиммәтлеләре — баҡыр колчеданы мәғдәндәре, алтын, марганец мәғдәндәре һәм хром мәғдәндәре. Дәүләт балансы тарафынан 917 металл булмаған Ф.ҡ. ятҡылығы, ш. иҫ. 268 торф, 104 ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтары иҫәпкә алынған. Янғантау эргәһендә уникаль ҡоро термаль газ ятҡылығы билдәле.
Д.Э.Цабадзе
Тәрж. Э.М.Юлбарисов