Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛИАМИДТАР

Просмотров: 1046

ПОЛИАМИДТАР, төп сылбырҙа ҡабатланған амид —CO—NH—төркөмдәре булған полимерҙар. Синтетик (алифатик, ароматик), тәбиғи (аҡһымдар, пептидтар) була. Төҫһөҙ ҡаты кристалл (кристаллашыу дәрәжәһе 40—60%) йәки аморф термопластар, мол. м. 20—100 мең, алифатиктарҙың tиреү 150—260°С, ароматиктарҙың 400°С һәм унан юғарыраҡ. Һығылмалы, химик, термо‑, туҙыуға сыҙамлы, механик ныҡлыҡҡа һ.б. эйә. Концентрациялы көкөрт, ҡырмыҫҡа к‑таларында, крезолда һ.б. эрей. Термоокисландырылған деструкция, амид төркөмдәре водородын алкил һ.б. радикалдарға алмаштырыу (метилол‑П, термореактив полимерҙар алыу өсөн ҡулланыла) реакцияларына инә. Карбоксиль, амин төркөмдәренә тамамланған П. — тоҙ, йылытҡанда йәки химик агенттар тәьҫирендә — полигетероарилендар; ионлашыу нурланышы, озон, т‑ра тәьҫирендә — ялғанған П., рентген нурланышы тәьҫирендә ҡорауланған П. барлыҡҡа килтерә. Дикарбон к‑таһын йәки уның диэфирын диамин м‑н иретмәлә, эретмәлә, ҡаты фазала поликонденсация, лактамдар полимерлашыу юлы м‑н алына. Преслап, баҫым аҫтында ҡойоп, экструзия, иретмә һәм эретмәләрҙән форма яһап һ.б. эшкәртелә. Химик сүстәр, полимер плёнкалар етештергәндә, машиналар эшләүҙә конструкция материалы булараҡ ҡулланыла. Полиэтиленполиамин, үҫемлек майҙары (етен, соя) ҡуйы к‑таларының эфиры нигеҙендәге түбән молекуляр П. — эпоксид ыҫмалаларының ҡатырғыстары, алифатиктар — к‑та, һелте, буяғыс, дуплау матдәһе эретмәләренең абсорбенты. Илдәге тәүге сүс барлыҡҡа килтереүсе П. 1940 й. С.Р.Рафиҡов (В.В.Коршак м‑н берлектә) тарафынан синтезлана. Башҡортостанда П. термоелемле прокладка материалдары (“Искож”), ойоҡ‑ойоҡбаштар (Ишембай ойоҡ фабрикаһы), пластик массалар (“ОЗНА”) етештергәндә ҡулланыла.

Н.Г.Гилёва

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: