Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ПОЛИМЕР”

Просмотров: 562

“ПОЛИМЕР”, ғ и л м и ‑ п р о и з в о д с т в о  б е р е к м ә һ е, ЯСЙ. Полистироллы пенопласт нигеҙендә йылылыҡ үткәрмәүсе төҙөлөш материалдары, шәхси заказдар б‑са пенополистиролдан изделиелар, ш. иҫ. театр өсөн декорациялар һәм йорттарҙы декоратив биҙәү элементтары, өс ҡатлы сэндвич‑панелдәр (уларҙан аҙ ҡатлы биналар төҙөйҙәр) етештерә. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. ойошторола. Составына полистироллы төргәктәр (1990 й. нигеҙ һалынған), полистироллы йылытҡыс плиталар (1991) производстволары, автопарк һ.б. инә. 1996 й. төп производствоға реконструкция үткәрелә, 1998 й. алып үҙе етештергән полистироллы пенопласт һәм ҡоро ҡатышмалар ҡулла‑ нып йорттар фасадын йылытыу технологияһын үҙләштереү башлана. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019