Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПСӘНЧИН Вәли Шәғәли улы

Просмотров: 1307

ПСӘНЧИН Вәли Шәғәли улы [22.4. 1930, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны 1‑се Дәүләтҡол а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 30.5.2013, Өфө], тел белгесе, педагог‑методист. Филол. ф. канд. (1965). БССР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1991), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994), РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм‑ре (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) БАССР Мәғариф министрлығының дәреслектәр бүлеге мөдире, 1961 й. алып БДУ‑ла уҡыта. 1984—2005 йй. Мәғарифта милли мәсьәләләр ин‑тының Башҡ‑н филиалында эшләй: мөдир, 1993 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. теленең стилистикаһына, тарихи грамматикаһына, башҡ. әҙәби теленең тарихына, мәктәптәрҙә һәм вуздарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһының лингводидактик нигеҙҙәренә арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. башҡ. теле б‑са дәреслектәр, уҡытыу‑методик әсбаптар һәм уҡыу программалары, авторы.

Х е ҙ м.: Риторика нигеҙҙәре. Өфө, 2001; Башҡорт нәфис һүҙе. Өфө, 2008; Грамматика современного башкирского литературного языка. М., 1981 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019