Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РОЗЕНБЛЮМ Григорий Семёнович

Просмотров: 959

РОЗЕНБЛЮМ Григорий Семёнович (20.11.1923, Белорус ССР‑ының Краснолуки а. — 15.3.2018, АҠШ), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлаған (1948). 1941— 42 йй. Нуриман районы Сураш тулы булмаған урта мәктәбе, 1948 й. алып Башҡортостан республика ситтән тороп уҡыу урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1949— 54 йй. Жданов район халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы, 1963—64 йй. Ленин район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1954—63 йй. һәм 1964—99 йй. 35‑се урта мәктәп директоры (бөтәһе лә — Өфө ҡ.). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар дуҫлығы (1981), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021