Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛИМЕРҘАР

Просмотров: 1410

ПОЛИМЕРҘАР, ю ғ а р ы  м о л е к у л я р  б е р л ә ш м ә л ә р, мол. м. бер нисә меңдән бер нисә млн тиклем булған, сылбырлы макромолекулалары күп тапҡыр ҡабатланған мономер быуындарынан торған химик берләшмәләр. П. ш. уҡ элементорганик полимерҙар ҡарай. Килеп сығышы б‑са — тәбиғи, синтетик; составы б‑са — органик, органик булмаған полимерҙар; быуындар тибы б‑са — гомо‑, сополимерҙар; сылбыр төҙөлөшө б‑са — һыҙыҡлы, тармаҡлы, селтәрле (ҡара: Ҡораулы полимерҙар); сылбыр төрө б‑са — гомо‑, гетеросылбырлы; фаза торошо б‑са — аморф, аморф‑кристаллик, кристаллик; структураһы б‑са — стереорегуляр булмаған (атактик), стереорегуляр полимерҙар айыралар. Эреткестәрҙә тулыша, анизотроп юғары йүнәлешле сүстәр, плёнкалар, йәбешкәклеге юғары булған эретмәләр барлыҡҡа килтерә, оҙайлы кире ҡайтарылыусан деформацияға һәләтле; тармаҡланыу, кристаллашыу дәрәжәһе һ.б. үҙенсәлектәре макромолекула төҙөлөшөнә, молекула‑ара тәьҫирләшеү кимәленә һ.б. бәйле. Вулканизация, полимерҙар деструкцияһы, полимерҙарҙы стабилләштереү, полимерҙарҙың иҫкереүе, полимераналогик әүерелештәргә һ.б. һәләтле. Геотермаль синтезлау һәм биосинтезлау юлдары м‑н тәбиғи, полимерлашыу һәм поликонденсация юлы м‑н — синтетик П. алына. П. — пластик массалар, каучуктар, тәбиғи сүстәр, химик сүстәр, резиналар һәм резина‑техник изделиелар, лак һәм лак‑буяу материалдары, энтомологик елемдәр, полимер елемдәр, герметиклаштырыусы составтар, ион алмаштырыусы ыҫмалалар, полимер плёнкалар, полиэлектролиттар нигеҙе булып тора. Башҡортостанда П. төп етештереүселәре — “Каустик”, “Полиэф”, “Газпром нефтехим Салават”, “Уфаоргсинтез” ААЙ‑лары, “Каучук” ЯАЙ, Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы. Поливинилхлорид, полиизобутилен, полиизопрен, полипиперилен, полипропилен, полистирол, полиэтилен, полиэтиленполиаминдар, полиэтилентерефталат, синтетик гуттаперча, синтетик каучуктар, стирол сополимерҙары, полиэтиленоксид, карбамид ыҫмалары; тултырғыстар, полимерҙарҙы пластификациялау өҫтәмәләре, пигменттар һ.б. сығарыла. “Уфахимпром” ААЙ пентапласт, эпоксид ыҫмалалары етештерә. Полимерҙар эшкәртеүҙе етештереүсе пр‑тиелар, ш. уҡ “Авангард”, “Башсантехмонтаж”, “Искож”, “Уфанефтехим”, “Уфимкабель” пр‑тиелары, Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы тормошҡа ашыра, улар плёнкалар, ҡойоп яһалған аяҡ кейемдәре, кабель пластикаты, винипласт, яһалма күн, линолеум, Резина‑техник изделиелар, автомобиль, суднолар төҙөү, радиотехника өсөн изделиелар һ.б. етештерә. Продукция яҡын һәм алыҫ сит илдәргә, РФ төбәктәренә сығарыла. БР‑ҙа продукцияһын ҡулланыусылар — “БЭТО”, “СТЕКЛОНиТ”, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе ААЙ‑лары. Юғары молекуляр берләшмәләр химияһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр БДУ‑ла, Органик химия ин‑тында, пр‑тие лаб. алып барыла.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019