САЛАУАТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ
САЛАУАТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1961 й. пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1994 й. алып С.п.к., 2012 й. — Салауат мәғариф һәм проф. технологиялар колледжы. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә һәм экстернат формаһында мәктәпкәсә белем биреү, башланғыс белем биреүҙә коррекция пед., ғәмәли информатика, туризм, ҡунаҡхана сервисы, сурдокоммуникацияны ойоштороу һ.б. һөнәрҙәр б‑са алып барыла. 5 компьютер класы, 3 спорт, тренажёр, 2 тамаша, уҡыу залдары, методика кабинеты, китапханаһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, саңғы базаһы, тиры, уҡытыу‑тәжрибә участкаһы, теплицаһы һ.б. бар. 7 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2015), улар араһында Ф.Ә.Ғайсин, Ш.Ғ.Ғилманова, Т.Ғәниева, З.Й.Рәхмәтуллина, М.Ә.Әйүпов, Г.М.Яҡупова. Уҡыу йорто БДПУ һәм Силәбе пед. ун‑ты м‑н хеҙмәттәшлек итә.
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина