Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛИПРОПИЛЕН

Просмотров: 922

ПОЛИПРОПИЛЕН, [—СН2— —СН(СН3)—]n, пропилен полимеры. СН3‑төркөмдәренең арауыҡта урынлашыуына ҡарап изотактик (мол. м. 700 мең тирәһе, кристаллашыу дәрәжәһе 73—75%) һәм атактик (мол. м. төрлөсә, аморф) П. айыралар. Төҫһөҙ термопласт, тығыҙлығы 920— 930 кг/м3, tиреү 175°С, ағыулы түгел, һыу, күп эреткестәр һәм минераль мөхит тәьҫиренә тотороҡло (ҡуйыр‑ тылған азот, көкөрт к‑таларынан, хром ҡатышмаһынан башҡа). Юғары диэлектрик, түбән газ һәм пар үткәреүсәнлек, туҙыуға һәм һыуыҡҡа сыҙамлылыҡ сифаттарына эйә. Термостабилле, 100°С юғарыраҡ т‑раларҙа, ҡояш радиацияһы һәм кислород тәьҫирендә окислана һәм емерелә. Циглер— Натт катализаторҙарында эретмәлә, газ фазаһында йәки ялған шыйыҡландырылған ҡатламда ион‑координациялы полимерлашыу м‑н алалар. Экструзия, сүстәрҙе формалау һ.б. м‑н эшкәртелә (ҡара: Полимерҙар эшкәртеү). Төрлө өҫтәмәләр (ҡара: Тулыландырылған полимерҙар, Каучуктар) һәм армирлаған матдәләр (ҡара: Композицион материалдар), т‑ра һәм мех. тәьҫирҙәрҙең киң диапазонында юл, торлаҡ төҙөлөшөндә, плёнкалар, таралар, төрөү материалдары, мебель, мед. техникаһы, приборҙар етештереүҙә П. файҙаланыу мөмкинселеген бирә. Башҡортостанда 1996 й. “Уфаоргсинтез” ААЙ‑нда Өфө НЭЗ‑ы, “Уфаоргсинтез” ААЙ‑ның пропан‑пропилен фракциялары нигеҙендә изотактик П. етештереү үҙләштерелә. Пропиленды полимерлаштырыуҙы тоҡан рәүешендәге реакторҙа шыйыҡ фазала (баҫым 34 атм., т‑ра 70оС) катализаторҙар ҡатнашлығында (титан‑магний тоҙо алюминалкил һ.б. өҫтәмәләр м‑н бергә булғанда) башҡаралар. П. 73 маркаһын (һатыуҙағы исеме Бален) 3 төрҙә етештерәләр: пропилен гомополимеры, блок‑сополимер һәм пропилендың этилен м‑н статистик полимеры. Етештереү күләме 2000 й. — 96, 2002 — 84, 2007 — 100 мең т тәшкил итә. Продукция РФ төбәктәренә, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә. БР‑ҙа П. һыу м‑н тәьмин итеү торбалары (“Башсантехмонтаж” ААЙ), энә м‑н тегеүгә яраҡлы Сормат туҡымаһы (“Туймазытекс” АЙ), таҫмалар һәм тоҡтар (“Уфанефтехим” ААЙ) етештереүҙә ҡулланыла. 70‑cе йй. ӨАИ‑ла композиттар етештереүҙә П. еп итеп файҙаланыу (Ю.С.Первушин), 80‑се йй. Химия ин‑тында — П. иретмәләре м‑н пентапласт ҡатышмалары (А.И. Ильясова, Н.М.Ишморатова, Ю.А.Сангалов), энтомологик елем составында эффектив структура барлыҡҡа килтереүсе сифатында (Т.В.Романко, Сангалов), 90‑се йй. БДУ‑ла япмаларҙы өрҙөрөү м‑н ҡаплар өсөн юғары дисперслы онтаҡтар алыуҙа П. ҡулланыу (С.В.Колесов, Р.М.Әхмәтханов) тәҡдим ителә. 90‑сы йй. Нефтехимия эшкәртеү проблемалары ин‑тында П. һәм ауыр нефтепро‑ дукттар (гудрон, битум) нигеҙендәге композицияларҙың физик‑химик тотороҡлолоғо факторҙары, пласти‑ фикатор индереү юлы м‑н уларҙа молекула‑ара тәьҫир итешеүҙе көйләү ысулдары өйрәнелә (Н.Г.Будрина, М.Ю.Доломатов).

Әҙәб.: И в а н ю к о в Д.В., Ф р и д м а н Ф.Л. Полипропилен (свойства и применение). М., 1974.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: