Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОТАПОВ Александр Григорьевич

Просмотров: 700

ПОТАПОВ Александр Григорьевич (11.8.1940, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Потаповка а.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1987), проф. (1993). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1984), РФ‑тың почётлы газ сәнәғәте хеҙм‑ре (2008). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1963) Волгоград нефть сәнәғәте ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында эшләй: 1967—68 йй. өлкән инженер, 1972 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1976 й. — сектор мөдире, 1980 й. — лаб. мөдире, 1982 й. — бүлек мөдире, 1987 й. — ген. дир. урынбаҫары; бер үк ваҡытта 1990—94 йй. Волгоград ун‑тында уҡыта. 1995 й. башлап Бөтә Рәсәй тәбиғи газ һәм газ технологиялары ҒТИ‑нда (Мәскәү өлк.): бүлек нач., 2003 й. алып Тәбиғи газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү, файҙаланыу һәм скважиналар быраулау үҙәгенең дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү м‑н бәйле. П. тарафынан скважиналарҙы быраулағанда һәм нығытҡанда йылылыҡ алмашыу процестары тикшерелә; продуктив ҡатламдар асыу технологиялары, газ, нефть һәм һыу сығанаҡтарын иҫкәртеү һәм туҡтатыу алымдары эшләнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы. “Газпром” ААЙ пр. лауреаты (2010). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Х е ҙ м.: Геология, разведка и разработка залежей сернистых газов. М., 1983 (авторҙ.); Разработка нефтегазоконденсатных месторождений Прикаспийской впадины. М., 1994 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: