СИБАЙ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ
932
СИБАЙ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1959 й. Салауат мед. уч‑щеһының (ҡара: Салауат медицина колледжы) фельдшерлыҡ бүлеге базаһында мед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә дауалау эше, акушерлыҡ эше, шәфҡәт туташы эше һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, компьютер класы, 29 клиникаға тиклем практика кабинеты, 2 лабораторияһы, 2 тамаша, спорт, уҡыу залдары, дөйөм ятағы һ.б. бар. 6,5 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2015), улар араһында — З.С.Тереғолова.
Л.Ш.Ғилмуллина
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: