Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИБАЙ ПОЛИТЕХНИК КОЛЛЕДЖЫ

Просмотров: 1150

СИБАЙ ПОЛИТЕХНИК КОЛЛЕДЖЫ, 1959 й. Баймаҡ тау‑механика техникумы филиалы булараҡ асыла, 1962 й. алып тау‑байыҡтырыу техникумы (1966 й. тиклем киске), 1994 й. — С.п.к., 2013 й. — Сибай сауҙа‑иҡт. колледжы м‑н ҡушылғандан һуң Сибай күп профилле һөнәр биреү колледжы. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә мәғлүмәт эшкәртеүҙең һәм идара итеүҙең автоматлаштырылған системалары, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ кәсептәре, файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын ер аҫтында эшкәртеү, бина һәм ҡоролмалар төҙөү һәм файҙаланыу, автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү һ.б. һөнәрҙәр б‑са алып барыла. 5 компьютер кабинеты, тамаша, спорт һәм тренажёр залдары, 2 производство оҫтаханаһы, колледж тарихы музейы, китапханаһы, дөйөм ятағы бар. 11 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2015), улар араһында — З.В.Колесникова. Уҡыу йорто Магнитогорск техник университеты, Рәсәй геологоразведка (Мәскәү), Урал тау (Екатеринбург ҡ.) ун‑ттары һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Л.Х.Байморатов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: