Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПРАҠ ҒИЛЕМЕ

Просмотров: 1468

ТУПРАҠ ҒИЛЕМЕ, тупраҡтың барлыҡҡа килеүе (генезисы), үҫеше, төҙөлөшө, составы, үҙенсәлектәре, геогр. таралыу законлыҡтары, уңдырышлылығының формалашыуы һәм уны рациональ файҙаланыу т‑дағы фән. Геоботаника, география, геология, геоморфология, зоология, климатология, математика, микробиология, физика, химия һ.б. м‑н тығыҙ бәйләнгән. Башҡортостан тупраҡтарын өйрәнеү тарихы урыҫ ғалимдары В.В.Докучаев, П.А.Костычев, Н.М.Сибирцев һ.б. исемдәре м‑н бәйле. Докучаев “Урыҫ ҡара тупрағы” (“Русский чернозём”; 1883) китабында Урал яны ҡара тупрағына характеристика бирә, Костычев “Рәсәйҙең ҡара тупраҡлы өлкәһе тупраҡтары” (“Почвы чернозёмной области России”; 1886) китабында Башҡортостан тупраҡтары т‑да геогр. мәғлүмәттәр килтерә. 19 б. аҙ. — 20 б. башында губерна земстволары тарафынан Башҡортостандың Урал алды һәм Ырымбур крайы тупраҡтарының төп типтарын өйрәнеү б‑са экспедициялар ойошторола (С.С.Неуструев, Сибирцев һ.б.). Респ. тупраҡ япмаһын систематик рәүештә өйрәнеү 1923— 32 йй. СССР ФА‑ның тупраҡтарҙы өйрәнеү экспедициялары, ш. иҫ. Башҡортостан комплекслы экспедицияһы, тарафынан алып барыла, уларҙың һөҙөмтәләре б‑са Көньяҡ Урал үҙәк өлөшөнөң тупраҡ картаһы, респ. тигеҙ өлөшөнөң йыйылма тупраҡ картаһы нәшер ителә (масштабтары 1:500000). 1932 й. башлап тикшеренеүҙәр Тупраҡ‑ботаника бюроһы тарафынан дауам ителә. 1940 й. тиклем үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре Д.В.Богомолов тарафынан “Башҡорт АССР‑ының тупраҡтары” (“Почвы Башкирской АССР”; 1954) монографияһында дөйөмләштерелә, ул (М.М.Туровцев м‑н берлектә) БАССР‑ҙың тәүге тупраҡ картаһын (масштабы 1:600000) баҫтырып сығара (1941). 1930 й. алып Аграр университеттың игенселек һәм тупраҡ ғилеме каф. һәм 1951 й. башлап Биология институтының тупраҡ ғилеме лаб. тикшеренеүҙәр үткәрелә. 1957 й. алып В.В.Докучаев ис. тупраҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе эшләй (ҡара: Ғилми йәмғиәттәр). Тупраҡ япмаһын ҙур масштабтарҙа картаға индереү һәм тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәрен тикшереү 1956 й. БАССР‑ҙың А.х. министрлығында ер төҙөлөшө бүлеге, 1961 й. “Росгипрозем” проект‑тикшеренеү ин‑тының (ҡара: “ВолгоНИИгипрозем”) Башҡ‑н ер төҙөлөшө экспедицияһы һәм 1964 й. Өфө зона агрохимия лаб. (ҡара: “Башҡортостан”) ойошторолғандан һуң үткәрелә башлай. С.Н.Тайсинов редакцияһында БАССР‑ҙың 1:600000 масштаблы тупраҡ картаһы төҙөлә (1975). Тупраҡтарҙың генезисы, географияһы өйрәнелә, уларҙың генетик классификацияһы төҙөлә (Богомолов, Тайсинов, М.С.Шигаев), тупраҡтың уңдырышлылығын көйләү алымдары эшләнә (Н.Р.Бәхтизин, Г.С.Смородин, Тайсинов, Ф.Х.Хәзиев һ.б.). Тупраҡ эрозияһы үҙенсәлектәре (Г.Н.Лысак, Р.Я.Рамаҙанов, Туровцев һ.б.), тупраҡтың азотлы берләшмәләре, тупраҡтың фосфорлы берләшмәләре, серетмә, микробиологик һәм биохимик үҙенсәлектәре, тупраҡтың биологик активлығы (Ф.Й.Баһауетдинов, Г.А.Кольцова, И.Ҡ.Хәбиров, Хәзиев һ.б.), микроэлемент миҡдары һәм уларҙың тупраҡта таралыу законлыҡтары (Н.Н.Ряховская, М.П.Чмелёв һ.б.), тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәре (Ф.Ш.Ғарифуллин, А.Ш.Ишемйәров, Рамаҙанов һ.б.), химик составы, тупраҡтың физик‑химик һәм агрохимик үҙенсәлектәре (М.Н.Буранғолова, П.А.Курчеев һ.б.) тикшерелә. Респ. терр‑яларына агротупраҡ һәм тупраҡ‑экологик районлаштырыу (ҡара: Тупраҡты агропроизводство йәһәтенән төркөмләү), тупраҡты бонитировкалау (Богомолов, Ә.Х.Моҡатанов, Тайсинов, Шигаев һ.б.) үткәрелә, тау‑урман зонаһы тупраҡтары өйрәнелә (Буранғолова, Моҡатанов һ.б.). Тупраҡтың техноген боҙолоуының сәбәптәре һәм төрҙәре асыҡлана; һөрөнтө ерҙәрҙең уңдырышлылыҡ параметрҙарының оптималь күрһәткестәре билдәләнә (Кольцова, Хәзиев һ.б.); ерҙәрҙе яңыртыу технологиялары эшләнә (А.А.Баталов, И.М.Ғәббәсова, Хәзиев һ.б.). Тикшеренеү һөҙөмтәләре б‑са Биология ин‑ты тарафынан “Башҡортостан тупраҡтары” (“Почвы Башкортостана”; 2 томда, 1995—97) монографияһы сығарыла, унда респ. тупраҡтарына экологик‑генетик һәм агропроизводство характеристикаһы, уларҙың уңдырышлылығын тергеҙеү ысулдары бирелә.

Әҙәб.: Х а з и е в Ф.Х. Почвы Республики Башкортостан и регулирование их плодородия. Уфа, 2007.

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019