Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАНИСЛАМИЗМ

Просмотров: 957

ПАНИСЛАМИЗМ, мосолман халыҡтарының сәйәси бойондороҡһоҙлоғо, уларҙың берләшергә ынтылышы, исламды таратыу т‑дағы ҡараштарға нигеҙләнгән дини‑сәйәси идеология. 19 б. аҙ. — 20 б. башында үҫеш ала. Нигеҙ һалыусыһы Джамал әд‑дин әл‑Афғани П. идеяларын 1884 й. Парижда М.Абдо м‑н берлектә нәшер иткән “әл‑Урва әл‑вуска” (“Өҙөлмәҫ бәйләнеш”) аҙналығында пропагандалай. П. колониаль система тарҡалған һәм сәйәси процестарҙа исламдың йоғонтоһо артҡан осорҙа таралыу ала. Бөтә донъя ислам конгресы (1926), Бөтә донъя ислам лигаһы (1962; икеһе лә — Мәккә ҡ., Сәғүд Ғәрәбстаны), Ислам конференцияһы ойошмаһы (1969, Рабат ҡ., Марокко) эшләй. Рәсәйҙә П. идеяларын Ғ.Ибраһимов үҫтерә. Рәсәй мосолмандарының 3‑сө съезында (ҡара: Рәсәй мосолмандары иттифағы) ул хаҡ динлеләрҙең Ҡөрьән ҡанундарына ярашлы берләшеүе өсөн сығыш яһай, берҙәм мосолман милләте идеяһын нигеҙләй. 20 б. башында П. ғәйепләү батша хөкүмәте яғынан репрессиялауға нигеҙ була (1911 й. П. Вятка губ. Иж‑Бобья а. мәҙрәсәһе етәкселәре Абдулла һәм Ғөбәйҙулла Бобинскийҙар ғәйепләнә).

Әҙәб.: Я м а е в а Л.А. Мусульманский либерализм начала XX века как общественно‑политическое движение (по материалам Уфимской и Оренбургской губерний). Уфа, 2002.

Л.Ә.Ямаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: