Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРАВОСЛАВИЕ

Просмотров: 1512

ПРАВОСЛАВИЕ, христианлыҡта төп йүнәлештәрҙең береһе. 395 й. Рим империяһы Көнсығыш һәм Көнбайыш өлөштәргә бүленгәндән һуң, уның көнсығыш тармағы булараҡ барлыҡҡа килә, 1054 й. христиан сиркәүе католик (ҡара: Католицизм) һәм православие сиркәүҙәренә бүленгәс, дин ғилеме булараҡ формалаша. Дин ғилеме сығанаҡтары – Библия һәм Изге Риүәйәт. Төп догматтары: Алланың өслө берлеге, Алланың кешелә кәүҙәләнеше, ҡорбан килтереү аша ярлыҡаныу, киренән терелеү, күккә олғашыу, Иисус Христостың ҡабат ҡайтыуы; 4—8 бб. формулировкалана. Православие руханиҙары ҡара (монахлыҡ) һәм аҡҡа (мәхәллә) бүленә. П. берҙәм дини үҙәк һәм сиркәү башлығы юҡ. П. үҫеше барышында 15 үҙ аллы сиркәү хасил була: Албания, Александрия, Америка, Антиохия, Болгария, Грузия, Иерусалим, Кипр, Константинополь, Польша, Румыния, Сербия, Урыҫ православие сиркәүе, Чехия ерҙәре һәм Словакия, Эллада (Греция) сиркәүҙәрере. Православие байрамдарына ҙур әһәмиәт бирелә. П. бөтә христиан йолалары (яңы тыуған сабыйҙарҙы һыуға сумдырыу, суҡындырғандан һуң изге май һөртөү һ.б.) таныла. Башҡортостанда П. Урыҫ православие сиркәүе һәм старообрядсылар ойошмалары (ҡара: Старообрядсылыҡ) кәүҙәләндерә. Шулай уҡ ҡара: Беглопоповсылар, Белокриницкий иерархияһы, Беспоповсылар, Диндәшлек.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019